Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 15:50

Радий Хәбиров ни өсөн медицина битлек кеймәй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә Ауырғазы районы ветерандары менән осрашыуҙа үҙенең ни өсөн республика буйлап эш сәфәрҙәре ваҡытында йәки үҙе ҡатнашлығындағы башҡа сараларҙа медицина битлеге кеймәүен аңлатты.

«Минең организмда антиесемдәр кимәле юғары һәм коронавирус инфекцияһына иммунитет бар. Шуға күрә мин битлек кеймәйем, әммә һеҙҙән уны кейеүҙе үтенәм һәм үҙегеҙҙе, сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлауығыҙҙы һорайым», — тине Радий Хәбиров, ветерандарға һәм өлкән йәштәгеләргә мөрәжәғәт итеп.
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә «Башинформ» агентлығына Радий Хәбировтың коронавирус инфекцияһы менән ауырымағанын белдерҙеләр.
https://www.bashinform.ru/news/1501730-radiy-khabirov-obyasnil-pochemu-ne-nosit-meditsinskuyu-masku-/
Читайте нас: