Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2020, 17:40

Аҡса өсөн бала табалар

Башҡортостанда әсәле капиталы алыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар сирле һәм йәшәүгә һәләтһеҙ балалар таба.

Башҡортостанда әсәле капиталы алыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар сирле һәм йәшәүгә һәләтһеҙ балалар таба. Улар яралғының зәғиф булыуы асыҡланыу менән медицина күрһәтмәләре буйынса йөклөлөктө өҙөргә мөмкин ине, тип хәбәр итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Дәүләт Йыйылышында демографияға арналған парламент тыңлауҙарында. Бындай балалар бер йәшкә лә етмәйенсә һәләк була. Әлеге категория республикала сабыйҙар үлеме осраҡтарының яртыһын тәшкил итә.
«Әсәлек капиталы артынан ҡыуып, хатта үҫеш кәмселеге асыҡланған йөклөлөктө өҙөү өсөн медицина күрһәтмәләре булһа ла, ошондай балаларҙы табыу дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сабыйҙың йәшәй алмаҫын һәм, медицина фәне ҡаҙаныштарына ҡарамаҫтан, яҡын сәғәттәрҙә, көндәрҙә үлерен аңлаһалар ҙа, әсәлек капиталы алырға теләгән граждандар бар», — тине ул.
Шулай уҡ яңы тыуған сабыйҙарҙың күпселеге өйҙә яҡты донъя менән хушлаша. Йыш ҡына бындай хәл ишле йәки асоциаль ғаиләләрҙә теркәлә.
Был – республикала бер йәшкә тиклемге сабыйҙар үлеменең ике төп сәбәбе. Әйтәйек, уҙған йылда Башҡортостанда бер йәше тулмаған 261 бала үлгән, 2018 йылда — 240, 2017-лә 350 сабый йән биргән.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың ғинуарынан июленә тиклем республикабыҙҙа 137 сабый вафат булған.
Венер Исхаҡов
Читайте нас: