Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2020, 20:55

Исемең ниндәй - яҙмышың шундай

Халыҡтар бер-береһе менән аралашып, бәйләнешкә инеп йәшәй. Шул йәһәттән сит исемдәр ҙә үҙләштерелә. Республикабыҙ халҡы сит илдәрҙән, телдәрҙән һәм милләттәрҙән килеп ингәндәрен таратырға, популярға әйләндерергә әҙер генә торған кеүек.

Халыҡтар бер-береһе менән аралашып, бәйләнешкә инеп йәшәй. Шул йәһәттән сит исемдәр ҙә үҙләштерелә. Республикабыҙ халҡы сит илдәрҙән, телдәрҙән һәм милләттәрҙән килеп ингәндәрен таратырға, популярға әйләндерергә әҙер генә торған кеүек. Һуңғы йылдарҙа Аделина, Давид, Элина, Юстина, Рената, Милена, Роберт, Ангелина, Тамерлан, Аслан, Аиша тигән исемдәр модаға әйләнеп китте.Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева фекеренсә, исем ҡушыуға бик етди ҡарарға кәрәк, кешенең исеме яҙмышына ла йоғонто яһай. Ят исем менән бергә телгә сит өндәр ҙә килеп инә, ә уларҙың мәғәнәһе хәрефтәрҙән дә өҫтөнөрәк, сөнки донъяла кешелектән башҡа бар тереклек өндәр аша аралаша. Сәйер исемен алмаштырған кешеләрҙең яҙмыштары ла көйләнеп киткән осраҡтар бихисап.Яҙыусы Әхмәр Үтәбай: ”Ғәмәл дәфтәренә кешенең исеме теркәлгәс тә, төрлө йәһәттән уға ҡот, байлыҡ, уңыш юл ала. Исеме асылына тура килмәһә, уға тәғәйенләнгән ҡот яҙлығып китә. Шулай итеп, диненә, милләтенә, халҡына тап килмәгән исем йөрөткән кешенең яҙмышы боҙола, ғүмере мәғәнәһеҙ үтә, асылынан ситкә китә”, – тип яҙған.Әлбиттә, бындай исем йөрөткәндәрҙең һис кенә лә ғәйебе юҡ, сөнки бер кем дә үҙенә үҙе исем һайламай. Ата-әсәләрҙең аңһыҙ, аңлап еткермәй һәр төрлө яңылыҡҡа ынтылыу, тарихи тамырҙарынан ситләшеү, булмыштарын юғалтыу һөҙөмтәһе ул.Ә бит ата-бабаларыбыҙ исем ҡушыуға бик яуаплы ҡараған. Борон йола буйынса балаға исемде кендек инәһе ҡушҡан. Ул яңы тыуған сабый ҡулына ебәк еп бәйләп, ҡолағына шыбырлап ҡына, исемең шулай булһын, тип йүргәккә төргән. Йүргәк исеме баланы төрлө яман заттарҙан, ен-пәрейҙәрҙән һаҡлай, тип ышанғандар. Ысын исем ҡушыуҙы муллалар атҡарған, аҙан ҡысҡырып, баланың ҡолағына өндәшкәндәр. Уны һайлауҙа ололар, ырыу аҡһаҡалдары ҡатнашҡан. Исем туйы үткәрелгән.Боронғолар исемдәрҙең тылсымлы көскә эйә булыуына ышанған. Миҫалға Үлмәҫбай исемен ҡушыу тарихын килтерергә мөмкин. Бер ғаиләлә балалар тыуыу менән үлеп тик торған. Сираттағы сабыйҙарына Үлмәҫбай тип ҡушҡас, йәшәп киткән икән. Шулай уҡ “миң” һүҙе менән исемдәр таралған булған, әгәр ҙә миңле балаға исем һайлағанда “миң” һүҙе булмаһа, уның бөтә тәнен ҡаплап алыу хәүефе янай, тип хафаланғандар. Ә Йөҙөкәй тигән исемде бөркәнсек (йөҙлөк) менән тыуған балаға ҡушҡандар.Тыуғанда бөркәнсеге булған балалар оҙон, бәхетле ғүмер кисерә тип һаналған. Ир балаларҙың көслө, сос, ҡыйыу булыуҙарын теләп, Арыҫлан, Айыухан, Йәнбарыҫ тип атағандар.Һәр кем балаһының көслө, һау-сәләмәт, матур, аҡыллы, һәләтле, тәүфиҡлы булып үҫеүен теләй. Шуға ла исемдәрҙе ихлас теләк менән, яратып ҡушырға кәрәк.Мәғәнәле, яңғырауыҡлы, яғымлы, милләтебеҙгә килешле исемдәр һайларға тырышайыҡ. Киләсәктә бала үҙ исеменән оялмаһын, мәғәнәһен белеп, яратып үҫһен. Шул саҡта унда милләтенә ҡарата ғорурлыҡ уяныр. Бала исемен ғүмере буйы йөрөтә, исем кеше булмышының бер сифатына, билдәһенә әйләнә бит. Бигерәк тә улдарыбыҙға исем һайлағанда яуаплылыҡ тояйыҡ. Ир бала киләсәктә атай булып, уның аты нәҫел-нәсәпте дауам иткән балаларҙың исеменә әйләнә, ҡайһы бер осраҡта фамилия ла яһай. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа башҡорт исемдәрен һайлаусы ғаиләләр күбәйҙе. Кәрим, Мәҙинә, Әминә, Ғайсар, Нурислам, Ибраһим, Салауат, Азамат, Асия, Ғәлиә – үҙебеҙҙең исемдәребеҙ милләтебеҙгә дан йырлаған кеүек матур яңғырай бит. Был ыңғай күренеш, һис шикһеҙ, артабан да дауам итер тип ышанайыҡ.
Читайте нас: