Яйыҡ
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2020, 12:45

Рәмил Шәмсетдиновҡа ғәйепләү йомшартылды

Былтыр октябрҙә Байкал аръяғы хәрби часында хеҙмәттәштәрен атып үлтереүҙә ғәйепләнгән Рәмил Шәмсетдиновты ыҙалатҡан "бабайҙар"ға ҡарата ла енәйәт эше ҡуҙғатылғайны.

Былтыр октябрҙә Байкал аръяғы хәрби часында хеҙмәттәштәрен атып үлтереүҙә ғәйепләнгән Рәмил Шәмсетдиновты ыҙалатҡан "бабайҙар"ға ҡарата ла енәйәт эше ҡуҙғатылғайны. Рядовой Руслан Мөхәтов берҙән-бер ғәйепле кеше тип табылып, ике йылға шартлыса иректән мәхрүм ителде һәм 30 мең һум штраф түләргә тейеш. Mash баҫмаһы хәбәр итеүенсә, башҡа "бабайҙар", һәләк булыу сәбәпле, үлгәндән һуң язаға тарттырылмаясаҡ. Суд шулай хәл иткән.
Кисә Рәмил өҫтөнән суд башланды. Читаның хәрби гарнизон суды ғәйепләүҙе йомшартты. Атап әйткәндә, зыян күреүселәрҙе туҡмауы тураһындағы шик кире ҡағылды. Шулай уҡ һалдаттың адвокаттарының судта эште присяжныйҙар ҡарауы тураһындағы үтенесе ҡәнәғәтләндерелде.
Рәмилде һаҡ аҫтында тотоу тағы өс айға оҙайтылды. Сираттағы суд ултырышы 29 октябргә тәғәйенләнгән. Унда присяжный заседателдәр һайланасаҡ. Артабан эш тәфсирләп ҡарала башлаясаҡ. Ахырғы суд ҡарары йыл аҙағында көтөлә.
Фото: 123ru.net
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганов
Читайте нас: