Өфөлә Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышында «Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының картаһы» проекты менән таныштырҙылар. Был картала 2 меңдән ашыу ауыл теркәлгән. Уны төҙөгәндә тарихсылар архив мәғлүмәттәрен ҡулланған. Төп сығанаҡ — 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙың ревизия яҙмалары.
Башҡорт халҡының таралышын теүәл күрһәткән тарихи карта өҫтөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының профилле комиссияһы байтаҡ эшләне, тип белдерҙе Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин.
«Әлбиттә, картаға башҡорт ырыуҙары тарихының, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренең барлыҡ нескәлектәрен дә төшөрөп булманы. Әммә беҙҙең алдыбыҙҙа ундай маҡсат торманы ла. Был күрһәтмә әсбап ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһына башлағандар өсөн тәүге аҙым булырға тейеш. Ошо картала нәҫел төбәге булған ауылды табып, кеше үҙенең ырыуы, уның шәжәрәһе, тарихы менән артабан мауығып китергә тейеш»,— тип һөйләне проект хаҡында Азат Ярмуллин.
Ултырышта Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән ырыу вәкилдәре, район ҡоролтайҙары рәйестәре ҡатнашты. Уларға башҡорт ырыуҙары картаһының күсермәләре тапшырылды. Яҡын арала картаның электрон версияһын Бөтә донъя башҡорттарының сайтына урынлаштырыу планлаштырыла.
Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн картаның айырым төрө әҙерләнгән.
Шулай уҡ комиссия ултырышында «Без башкортлар» яңы ғилми-методик ҡулланмаһы менән таныштырҙылар. Ул бер нисә төрҙә әҙерләнгән, уларҙың һәр береһе республиканың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге райондарҙың береһенә арналған.
Ултырыш аҙағында «Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының картаһы» проектында ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
https://www.bashinform.ru/news/1501728-v-ufe-sostoyalas-prezentatsiya-karty-bashkirskikh-rodov-i-dereven/