Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2020, 16:00

Нимә булғанын берәү ҙә белмәй ҡалды

Вәхит менән Гөлнур юҡтан ғына бәхәсләшеп киттеләр. Хәйер, бәхәс булдымы икән? Һәр хәлдә, бөгөн тотоп, икеһенән дә һора, ни өсөн низағлашҡандарын иҫкә төшөрә алмаясаҡтар. Һин дә мин, һәүетемсә генә йорт эштәре менән булып, донъя мәшәҡәттәрен бөтөрөп йөрөйҙәр ине, урамдан ят автомобиль үтеп китте.

Вәхит менән Гөлнур юҡтан ғына бәхәсләшеп киттеләр. Хәйер, бәхәс булдымы икән? Һәр хәлдә, бөгөн тотоп, икеһенән дә һора, ни өсөн низағлашҡандарын иҫкә төшөрә алмаясаҡтар. Һин дә мин, һәүетемсә генә йорт эштәре менән булып, донъя мәшәҡәттәрен бөтөрөп йөрөйҙәр ине, урамдан ят автомобиль үтеп китте. Гөлнур үҙе лә һиҙмәй ҡалды:
– Кем үтеп бара ул? – тип һораны.
Вәхит кәүҙәһен турайтты, ул да ят “Мерседес”ты күреп ҡалды.
– Ә, белмәйем, берәйһе ҡайтҡандыр, – тине ул теләр-теләмәҫ кенә.
“Мерседес”ын әйтер инем инде, йәлп итеп күренеп кенә ҡалды. Вәхит бер генә күҙ һалды, күңеле менән һиҙҙе, гөлт итеп тоҡана яҙҙы. Ярай, бәхете, үҙен тыйып өлгөрҙө:
– Нимәгә тағы машинаға иҫең китте? – тине ул ҡатынына.
Ҡатын да яуапһыҙ ҡалманы:
– Әллә берәй танышыңмы? – тине. Кинәйә менән өндәште һәм шул арала ихатала меҫкен генә булып ултырған “жигули”ға күҙ ташланы.
Ҡатынының һүҙе түгел, Ватан автопромының тоғро бер вәкиленә күҙ һалыу бәхәсте ҡуйыртып ебәргән һымаҡ булды.
Вәхит, байтаҡ йылдар үткәс, был ваҡиға тураһында:
– Ни ҡылғаныбыҙы беребеҙ ҙә һиҙмәй ҡалды. Ҡыҫҡаһы, бәхәстән ҙурыраҡ, ләкин низағтан бәләкәйерәк нимәлер булған һымаҡ тойолдо, – тине.
Аҙаҡтан иҫкә төшөрәсәктәр. Сөнки ирҙең: “Нимә, “Мерседес”та ултырып йөрөгөң киләме әллә?” – тигән һүҙҙәре быҫҡып ҡына янған усаҡҡа 95-ле бензин һипкән һымаҡ тәьҫир итте.
– Нимә? – тине ҡатыны. – Әллә һин мине “Мерседес”ҡа ултырып йөрөрлөк түгел, тиһеңме? Хәҙер күрһәтәм мин һиңә күрмәгәнеңде!
О, Гөлнур урамға шундай итеп килеп сыҡты. Тап шул ваҡыт “Мерседес” кире боролғайны, ҡатындың эргәһенә килеп етеү менән, шып туҡтаны ла ҡуйҙы.
Ҡатын кереп ултырҙы. Бер – өйөнә ҡараны, икенсе ҡарашын шоферға ташланы.
– Йә, ҡайҙа барабыҙ? – тине ҡатын.
– Ҡайҙа теләйһең, шунда барабыҙ, – тине “Мерседес”тың хужаһы һәм еңелсә генә газға баҫты.
Бындай тиҙлеккә өйрәнмәгән ҡатын артҡа һылышып ҡуйҙы.
Ә был ваҡытта Вәхит, һушын юғалтмағайны, ләкин нимә булғанын аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Ҡалтыранған ҡулдары менән телефонын сығарып, ҡатынына шылтыратҡайны, уныһының телефоны, үсекләгән һымаҡ, эргәнән генә тауыш бирҙе.
“Мерседес” алға елдерә. Уның хужаһы, Тимерйән, йәш саҡтағыса әйтһәк, Тимур, дүрт тәгәрмәсләп, үҙенең йәшлек хыялына ынтыла.
Ауылда уларҙың тиҫтерҙәре яҡшы белә, Тимур менән Вәхит, Гөлнурҙың мөхәббәтен яулау өсөн, үҙ-ара дөмбәҫләшеп тә бөткәйнеләр. Гөлнур үҙе баһадир кәүҙәле, ихлас, ярҙамсыл Вәхиткә өҫтөнлөк бирҙе. Шул ваҡыт ҡыҙҙың иғтибары өсөн көрәштә отолған Тимерйән: “Барыбар үҙемдекенә өлгәшәсәкмен! Гөлнур, барыбер, бер тапҡыр булһа ла, минеке буласаҡ”, – тип әйткәнме, әллә шул хаҡта уйлағанмы, әллә берәй урында эскән килеш ысҡындырғанмы. Бына Тимер үҙенең йәшлек хыялын “Мерседес”тың ап-аҡ бәрхәттән тегелгән ултырғысына ҡырын һалып, үҙе генә белгән урынға елдерә. Тимер ҡәнәғәт. Ул тамсы ғына ла көс һалманы. Йәшлек мөхәббәте үҙе юлына арҡыры сыҡты. “Бына шулай була ул, Вәхит ҡорҙаш. Маңлайыңды мөгөҙ менән биҙәгәндәрен һиҙмәй ҙә ҡаласаҡһың. Ха-ха-ха! Бөгөнгө көн Тимурҙыҡы икән. “Мерседес” Оҙон күл буйында туҡтаны. Гөлнур төшөп, күл буйына күҙ һалды.
– Йә, бында мине нимәгә алып килдең? – тип бойороулы ҡараны ул Тимерйәнгә.
Тегеһе ҡатындың талапсан һүҙҙәренән шыпа кесерәйеп, меҫкенләнеп ҡалған һымаҡ тойолдо.
Ә бит асылда, ҡараһаң, “Мерседес”ҡа хужа булыу менән, ут сығарып торған ҡатынды буйһондороу – икеһе ике төрлө эш. Шул ваҡыт ирҙең телефоны сигнал биреп ҡуйҙы. Ир, затлы телефонды алып, экранға бер генә күҙ һалды һәм тертләп, тағы ла кесерәйгәндәй тойолдо.
Тимер әллә ни тимер ҙә түгел икән. Ана, нимәлер тип мөңгөрҙәгәне лә шул хаҡта һөйләй түгелме һуң?
– Йә, был йәһәннәм ояһына мине нимәгә килтерҙең? Миңә ҡарата ниндәй пландарың бар? Маҡсаттарың тормошҡа ашырлыҡмы? – тип ҡатын яңынан-яңы ҡәтғи һорауҙар ҡуйҙы.
Ҡара әле, “Мерседес” һатып алып була, ә үҙеңә оҡшаған ҡатынды әүрәтеү күпкә ауыр, хатта мөмкин түгел эш икән. “Ошо ир аламаһы минекенә мөгөҙ ҡуйып, маҡтанып йөрөргә иттеме икән? Уф, Хоҙайым”, – тип ҡатын Тимергә йәлләп күҙ ташланы. Ләкин ул хаҡта өндәшмәне:
– Күлдең матурлығына күҙ һал әле, – тине ҡатын.
Тимер боролоп, күлгә ҡараны:
– Күл һымаҡ күл инде, һыу ҙа һыу, күл дә һыу. Уның ниндәй матурлығына һоҡланаһың?
Ҡатын килеп эйелде лә, ҡулдарын, битен сайҙы.
– Һыуының йылылығын әйт әле!
Бына һиңә мә! Ҡатын аяҡ кейемен систе лә, күл эсенә инеп тә китте.
– Әйҙә, минең эргәгә төш! – тип ҡатын ирҙе сәмләндереп ҡараны.
Тимер, көсләп тигәндәй, йүткерҙе:
– Тамағым шешкәйне. Температурам да булды. Һыуға төшә алмам, – тине, ҡыҙғаныс тауыш менән.
– Төшә алмаһаң, мәжбүр итә алмайым, – тине ҡатын. – Мине саҡырыр алдынан, ниңә һаулығыңды уйламаның? Минең һымаҡ ҡатынға хужа булыр өсөн Тимер исеме генә етмәй, тимерҙәй һаулыҡ кәрәк. Йә, йәшлек хыялыңды тормошҡа ашырыуыңды көтәләр!
– Буш һүҙ, – тине Тимер. – Мин улайтып әйтмәнем.
– Белмәйем, – тип ныҡышты ҡатын. – Әйтмәгәнһеңме, уйлағанһыңмы, ниәтләгәнһеңме... Ана, барлыҡ ауыл хәҙер һинең егетлек күрһәтеүеңде көтә.
Тимер өндәшмәй. Сөнки белә: күп бәләләрҙән өндәшмәй ҡалып ҡотолорға мөмкин.
Тормошта Тимер шуның иҫәбенә байыны. Көс-хәл менән Нефть институтын тамамалап сыҡҡайны, хужаларҙың “ҡара алтын” – нефть бүлешкән сағына тура килде. Башҡалар йыуанлығы берәр метрлы торбалар аша ағыҙған саҡта “ҡара алтын”дың тамсылары Тимер иҫәбенә лә тамғыланы. Шулай итеп байыны Тимер. Ә ҡатын күл буйында һаман аяғын ебетеп йөрөй. Тимур ҡурҡа төштө. Ауырып китһә, йүткереп ҡуйһа, Вәхите тағы уны ғәйепле итер әле. Ә ҡатын матур, элеккесә ымһындырғыс һәм серле.
Ә Гөлнур үҙе һаман һөйләнә бит әле:
– Мине алып ҡайтып ҡуяһыңмы, әллә үҙем ҡайтайыммы?
Тимер нимәлер тип мөңгөрләне.
– Аңлашылды! – тип яңғыратып көлдө Гөлнур. – Ҡатынды ултыртып алып китеү бер эш, ә уны өйөнә алып ҡайтып, иренә тапшырыу – бөтөнләй икенсе эш. Ҡыҫҡаһы, һине өйөңә алып ҡайтырға, йәнем икәү түгел, тиһең инде.
“Мерседес” хужаһы тағы мөңгөрләне.
– Ярай, аңлашылды. Минең менән риза икәнлегеңде белдем, – тине Гөлнур. – Ҡара уны, үпкәләштән булмаһын. Эх, ирҙәр ваҡланды, – тине ҡатын, әллә ҡыуанды, әллә зарланды, әллә ғәжәпләнде. – Ярай, мине оҙатып, мәшәҡәтләнмә. Туранан ғына, ауылға үҙем төшәм. Ҡара уны. Әгәр алдап, маҡтанып һөйләһәң, үҙеңде халыҡ алдында рисуай итәм дә ҡуям.
– Юҡ, юҡ! – тип әллә ыңғырашты, әлллә инәлде Тимер генәһе, беренсе тапҡыр аңлайышлы өн-ауаз сығарҙы.
Гөлнур ихаталарына баҡса яҡлап ҡына ҡайтып керҙе. Былай үҙенең күңеле шат һәм ҡәнәғәт. Ни хәл итәһең, үҙенә күрә бер мәрәкә булды бит. Тегеһенең килеп сығыуы, быныһының ҡаршыһына төшөүе, ултыртып китеүен әйт инде. Ә Вәхит менән Гөлнур был ваҡиғаны ара-тирә иҫкә төшөрөп, көлөшөп алалар. Вәхит көлә инде Тимерҙән. Дуҫ-иштәре һорашһа, нимә булды ул унда, тип, ир һөйләп алып китә инде:
– Бәхәстән ҙурыраҡ, низағтан бәләкәйерәк нимәлер булды. Ап-аҡ “Мерседес”та теге килеп сыҡмаһынмы!
– Ә үҙе ҡайҙа ул хәҙер? Бер ҙә күренгәне юҡ?
– Шунан бирле, ҡайтҡаны юҡ, – ти Вәхит. – Бер ун йыллап булалыр. Минең ҡатын шундай итеп ҡотон алған, шунан бирле ауылда күренгәне юҡ. Шулай шул, мөхәббәттте яулай белергә кәрәк!
Бәхетле йәшәгеҙ, юҡ-барҙан тауыш сығармағыҙ!
Г.Әлибаева
Фото: https://pixabay.com/ru
https://henek.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/NIM-BUL-ANIN-BER---BELM-Y-ALDI--Hik-y-465438/
Читайте нас: