Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 17:20

Белореттан ялҡау атайға 200 мең һум эләгерме?

Белорет ҡалаһынан Аверьяновтар ғаиләһе “Ҡәҙерлем, мин ҡаҡтым!” тип аталған реалити-шоуҙың яңы миҙгелендә ҡатнаша.

Белорет ҡалаһынан Аверьяновтар ғаиләһе “Ҡәҙерлем, мин ҡаҡтым!” тип аталған реалити-шоуҙың яңы миҙгелендә ҡатнаша. Әгәр ғаилә башлығы ремонт эштәрен ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарһа, уның ғаиләһенә 200 мең һум биреләсәк.
Леша – һәүәҫкәр балыҡсы. Өҫтәүенә ул походтарға йөрөргә ярата. Ир күптән ерҙә йоҡларға өйрәнгән, шуға йортондағы үтәләй өргән ел уны бөтөнләй борсомай икән. Ә ике ҡыҙы менән ҡатыны сыныға. Уныңса, уңайлыҡтар – йомшаҡ холоҡлолар өсөн. Шуға атай кеше тиҙ генә ҡармағын ала ла, үҫеп барған балалары менән ҡатынын ярым емерек өйҙә ҡалдырып, балыҡ тоторға китә икән.
“Ҡәҙерлем, мин ҡаҡтым!” реалити-шоуында илдең төрлө төбәктәренән ялҡау атайҙар алып барыусы Андрей Пифф менән бергә, ниһайәт, үҙ йорто менән булышасаҡ. Әммә ирҙәр был ауырлыҡты күтәрә, ғаиләһе өсөн 200 мең һум аҡса эшләй алырмы? Уларҙың ҡатындары өйгә ҡайтһа, нимә булыр?
Был һорауҙарға яуаптарҙы белгегеҙ килһә, бөгөн 11.25 сәғәттә тапшырыуҙы “Ю” каналында ҡарағыҙ.
Фото: sterlegrad.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: