Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 11:57

Иҫке мылтыҡ тартып алына

Ғәлиәхмәр кешеһенә енәйәт эше ҡуҙғатылды

Булды бит заман, ауылдарҙа һәр тиерлек көтөүсе мылтыҡ йөрөттө, бик һирәге тейешенсә теркәлгән ине. Башҡа кешеләрҙә лә байтаҡ ут ҡоралы һаҡлана торғайны. Мәктәптәрҙә лә “мелкашка” менән иркен тотондолар.Хәҙер ни, террорсылыҡтан ҡурҡҡас, мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрҙе.
БР буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр иттеләр – Ғәлиәхмәр ауылы кешеһе теркәлмәгән бер көбәкле һунар мылтығы һәм 100 патрон һаҡлауы асыҡлана. Иҫке булһа ла, атырға яраҡлы икәнлеген тикшереү күрһәтә. Эйәһенең һүҙенән, был мылтыҡ атаһынан мираҫҡа ҡалған була.
Яҡташыбыҙға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Бына шулай, өйҙә иҫке ҡорал ята икән, бәләһенән баш-аяҡ, тапшырып ҡуйығыҙ.
Читайте нас: