Башҡортостанда көҙгө каникулды бер нисә көнгә оҙайтыуҙары ихтимал. Был хаҡта республика Башлығы бөгөн хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә әйтте. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, каникул ваҡыты элеккесә ҡала, әммә уны 3-4 көнгә оҙайтыу хаҡында уйларға мөмкин.
«Балалар күберәк ял итә алһын, әйҙә, ошо турала уйлағыҙ», — тине республика Башлығы.
Ул шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәрҙәренә мәктәптәрҙәге хәлде һәм битлек режимын үтәүҙе өйрәнеү өсөн район-ҡалаларға сығырға ҡушты.
https://www.bashinform.ru/news/1502754-v-bashkirii-mogut-uvelichit-prodolzhitelnost-osennikh-kanikul-dlya-shkolnikov/