Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 10:38

Беҙҙең тараф ләҡәптәре

Учалыбыҙҙағы мәҙәк хәлдәр

И кричит, и ходит. Ҡәйнәм Белорет ҡалаһындағы заводҡа боҙолған “кәкүк сәғәтен” йүнәттерергә алып барған. Оҫтаханаға инһә, ундағы егеттәр, ҡулындағы әйберен абайлап: “ Что, часы не работают?” – тип һорайҙар икән. Ҡәйнәм тәфсирләп аңлатып бирә:” Кукушка не кричит и не ходит. Пусть кричать не кричит, лишь бы ходит была!” Йәнәһе, кәкүге ҡысҡырмаһа ҡысҡырмай инде, иң мөһиме – сәғәт үҙе эшләһен. Бер-ике сәғәттән кире алырға килһә, оҫталар: “На , бабушка, твоя кукшка и ходит, и кричит”, -тип ремонтланған сәғәтте тотторалар. Әүәле заманаларҙа рус телен әлегесә таҙа белмәһәк тә, рустар менән аралашыу бер ниндәй етди ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. ....Ә туған телде әлегенән сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә күберәк башҡорттар белә ине. Башҡортса белмәгән башҡортто күҙ алдына ла килтерерлек түгел ине.
Сытые, үәт и кричим.Ҡайным менән ҡәйнәм Белорет баҙарына ит һатырға барғандар. Ҡайным ваҡлап туралған киҫәктәрҙе үлсәүгә һалып тора икән. Ә ҡәйнәм, бөтә баҙарға яңғыратып, белер-белмәҫ рус телендә тауарын маҡтап һөрән һала башлаған. Эргәһендә торған рус кешеһе: “ Зачем так громко кричите, женщина?”- тип һорай ҡуйған. Ҡәйнәм һис тә аптырап тормаған: “ Войны время прошел, мы теперича сытые, үәт и кричу”, - тип яуаплаған. Эйе, туҡ кешенең генә тауышы көр сыға шул.
Ҡайнар бутҡа. Ҡобағош ауылында Рәшит ағай Ҡауыев Ҡояш йылғаһын быуып балыҡ үрсетә башлаған мәл. Бер туған Рәмил ағаһы балыҡтарға ем итеп биреү өсөн быуа ситендә ҙур ҡаҙанда бутҡа бешерә икән. Быны күҙәтеп ултырған бер балыҡсы: “Рәмил ағай, ҡайнар бутҡаң менән балыҡтарҙың ауыҙын бешереп үлтерәһең бит!” – тип мәрәкәләргә булған. Теге юрамал етди ҡиәфәт алып яуап ҡайтарған:” Шым, ҡустым, Рәшит ишетеп ҡалмаһын! Ә балыҡтың ауыҙы бешмәҫ – бутҡаны кәритәлә һыуытып алғас ҡына йылғаға ташлармын”.
Кәкүк алыр инең. Көсөк ауылы ҡыҙына өйләнгән бер ир ҡәйнешенә әллә ысын, әллә юрамал зарлана икән: “Бына, апайыңды көсөктәй генә алғайным, хәҙер үҙемә эт булып өрә башланы”. Быларҙы тыңлап торған хәләл ефете шундуҡ яуап ҡайтара: “ Шәп булғас, кәләште Кәкүк ауылынан алыр инең, ул һиңә иртүк һайын кәкүк булып ҡысҡырыр ине!”
Башҡорт ямғыры. Борон, барымта-ҡарымта заманаларында бер ҡаҙаҡ йәйләүҙән башҡорт бейәләрен ҡыуып алып китә. Ҡойон ямғыр яуа башлағас, ҡараҡ аттарҙы сауҡалыҡҡа ҡыуып индерә лә, үҙе йыуан ҡайын аҫтына боҫа. Ямғыр яуа ла яуа икән. Был оҙаҡ торғас, башҡорт ҡыуғынсылары артынан килеп етеп, ҡаҙаҡты урман эсенән һөрәтеп сығаралар. Ә асыҡ ерҙә ямғыр күптән тымған, япраҡтарҙан ғына тамсылар тамған булыуын абайлай егет. Аптырап та, үкенеп тә һуҡранып ҡуйған: “ Эй, ҡәһәрең, башҡорттоң күге лә, ағасы ла яуа икән!”
Әллә нисә Ислам. Миндәк участка дауаханаһында баш табип булып оҙаҡ йылдар Фәхрислам Шәйхислам улы Динисламов эшләне. Берҙе ситтән килгән кеше эш буйынса баш табипты күрергә булған. Кабинетҡа инер алдынан коридорҙа сират көтөп ултырған ағайҙан Динисламовтың исем-шәрифен һораша башлаған. Теге иһә: “Теүәл генә хәтерләмәйем, әлә ике, әллә өс Ислам икәнлеген генә иҫләйем”, - тип яуаплаған.
Сибайға китте. Эш былай була. “Байрамғол” совхозы директоры Әҙһәм Шәрәфетдинов беҙҙең яҡтағы фермаларҙы ҡарап сығырға була. Бер ауылда туҡтаһа, управляющий урынына урындағы агроном ғына ҡаршы алған уны. Управляющий ҡайҙа икәнлеге тураһында Әҙһәм Ғәни улы ни тиклем төпсөнмәһен, агроном һүҙендә ныҡ тора икән: “Ул Сибайға китте, ике-өс көндән ҡайтасаҡ!” Ә бер кемгә лә сер түгел, управляющий был саҡ иҫерек була. Шуға лә беҙҙең яҡта хәҙер һалмыш булып эшкә сыҡмағандарҙы “Сибай китте” тиҙәр.
Нәҡип ӘЙҮПОВ, Озерный ауылы
Читайте нас: