Яйыҡ
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 16:40

Республикала Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектына конкурс иғлан ителде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың милли геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектына асыҡ конкурс уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың милли геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектына асыҡ конкурс уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостан Башлығының Эштәр идаралығы, ул конкурс положениеһын һәм комиссия составын раҫларға тейеш.
Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына – «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы менән берлектә конкурсты яҡтыртыу, Башҡортостан Хөкүмәтенә Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.
Легендар комдивҡа һәйкәл Өфөнөң Совет майҙанында ҡуйыла.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1504397-v-bashkirii-obyavlen-konkurs-na-luchshiy-proekt-po-sozdaniyu-pamyatnika-minigali-shaymuratova/
Читайте нас в