Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 17:35

Автоклублы булдылар

Йылайыр районына ла “Тәгәрмәсле клуб” ҡайтарылды. Был – республикалағы өсөнсө автоклубтың береһе. Ул яҡтылыҡ, тауыш һәм видеоҡоролмалар менән йыһазландырылған. “Тәгәрмәсле сәхнә”ләр халҡы 300 кешегә тиклем булған ауылдарға йөрөп тамаша күрһәтәсәк.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Йылайыр районына ла “Тәгәрмәсле клуб” ҡайтарылды. Был – республикалағы өсөнсө автоклубтың береһе. Ул яҡтылыҡ, тауыш һәм видеоҡоролмалар менән йыһазландырылған. “Тәгәрмәсле сәхнә”ләр халҡы 300 кешегә тиклем булған ауылдарға йөрөп тамаша күрһәтәсәк.Автоклуб парктарҙа, ял урындарында, асыҡ йәйге һәм ҡышҡы майҙансыҡтарҙа, ра­йон­дың һәр ауылында йөрөп, төрлө мәҙәни байрам саралары, тамашалар күрһәтеү мөм­кинлегенә эйә. Шулай уҡ күсмә концерт программалары, ижади коллективтар сығыштары өсөн мобиль сәхнә ойоштороу мәсьәләһе лә хәл ителгән.Йылайыр районында 53 ауыл иҫәпләнә, шуның 22-һендә мәҙәниәт усаҡтары бар. Тимәк, был “Тәгәрмәсле клуб” район үҙәгенән алыҫ урын­лашҡан ауыл халҡына мәҙәни нур таратыусы “тәгәрмәсле сәхнә” булып та хеҙмәт итәсәк. Әйткәндәй, район буйлап автоклуб үҙ эшен башлап та ебәрҙе, тәүге концерт Һаҡтау ауылында ҡуйылды.“2024 йылға тиклем Башҡортостанда күп функциялы 26 ауыл клубы асырға һәм ун автоклуб йөрөтә башларға ниәтләйҙәр. Был эштәр “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы башҡарыла.
"Шоңҡар" журналынан.
Читайте нас: