Ошо көндәрҙә Белорет ҡалаһында Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары араһында ойоштороласаҡ «Һылыуҡай - 2020” бәйгеһенең зона этабына һайлап алыу туры үтте.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-прины яҡташыбыҙ Ләйсән Шөғәйепова яуланы. I-II урында - Бөрйән ҡыҙҙары. III урында Бөрйән һылыуы менән Учалы ҡыҙы Лилиә Юламанова бүлеште.
Учалы гүзәлдәре башҡорт телендә үҙҙәрен иң оҫта таныштырыуҙары, иркен итеп саф башҡортса һөйләшеүҙәре менән айырылып торҙолар. Өҙә баҫып бейеүҙәре, йыр-моңға маһирлыҡтары менән дә һынатманы улар.
Еңеүсебеҙ Ләйсән Шөғәйепова Уральск ауылынан. Быйыл Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын тамамлаған, Учалы филармонияһының “Уралтау” бейеү ансамбле солисы. Бәләкәйҙән бейеүгә ғашиҡ ҡыҙ, әсәһе лә “Ләйсән” ансамблендә бейей.
Конкурста ҡатнашыусы тағы бер һылыуыбыҙ Лилиә Юламанованы ла билдәләп китмәй булмаҫ. Лилиә - Туңғатар ауылы ҡыҙы, бләкәйҙән театрға, йыр-моңға, бейеүгә һөйөү менән тәрбиәләнеп үҫә. Әлеге көндә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында эшләп йөрөй. Шул уҡ рәттән Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 3-сө курсында ситтән тороп белем ала.
- Мәктәптә уҡығандан алып төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаштым, ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йортона бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Киләсәккә маҡсатым: үҫешергә! Өфөлә Учалы йәштәре берлегенең сараларын ойоштороуҙа актив ҡатнашам, Башҡорт асыҡ КВН лигаһында ла Учалы районы исеменән сығыш яһаныҡ. Быйыл "Башҡортостан гүзәле" республика гүзәллек бәйгеһендә ҡатнаштым, шулай уҡ "Һомай" театр-дефиле студияһына йөрөйөм, төрлө күргәҙмәләрҙә, фотосессияларҙа модель булып ҡатнашам, шиғырҙар ижад итәм. "Һылыуҡай" бәйгеһе минең өсөн беренсе кастинг түгел, ләкин барыбер тулҡынланыу тойғоһо булды. Ҡыҙҙарҙың күптәре менән алдан уҡ танышмын, бергәләшеп төрлө кастингтарҙа ҡатнаша торған инек. Туғыҙ ҡыҙ араһынан миңә өсөнсө урын бирелде, мин быға бик шатмын. Үҙемә тағы ла ниндәйҙер тәжрибә тупланым. Аллаһ бирһә, бының менән генә туҡталып ҡалмаҫҡа тигән уйҙамын. Еңеүҙәр алда булыр әле, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Лилиә.
Ә инде яҡташыбыҙ Ләйсән Шөғәйепованы алда тағы ла бер һынау көтә, ул да булһа Өфө ҡалаһында үтәсәк конкурстың республика кимәлендәге этабы. Учалылар гүзәлебеҙҙең унда ла яҡшы сығыш яһауын теләп ҡала. Уңыштар һиңә, Ләйсән!