Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 16:40

Илтабан ауылында модулле ФАП асылды.

Илтабан ауылында, ниһайәт, яңы модулле фельдшер-акушер пункты сафҡа индерелде. Киләсәктә районыбыҙҙа тағы ошондай алты ФАП асылырға тейеш.

Илтабан ауылында, ниһайәт, күптән көтөлгән модулле фельдшер-акушер пункты сафҡа индерелде. ФАП-ты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Алик Салахутдинов, үҙәк ҡала дауаханаһының баш табиб урынбаҫары Арслан Фәйзуллин, Ҡунаҡбай ауылы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсүтдинов ҡатнашты. Әһәмиәтле ваҡиғанан ауыл халҡы ла ситтә тороп ҡалманы, ҡунаҡтарҙы, сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Мәҙәниәт йортоноң ағинәйҙәр ансамбле дәртле сығыштарын бүләк иттеләр.
Читайте нас: