Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 11:42

Кеше һәм тәбиғәт

Өргән күле ҡотҡарылырмы?

Тәбиғәт ҡомартҡыһы – Өргән күлен лайла ҡаплауы, һыу кимәле төшөүе тураһында яҙғайныҡ.
Ошо көндәрҙә Өфөнән Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы вәкилдәре (“Генеральная уборка” проекты координаторы Морат Шафиҡов) килеп, халыҡ менән осрашты.
Урындағы кешеләрҙең инициатив төркөм етәксеһе Эльвира Ғәйнуллина һуңғы 10 йылда проблема киҫкенләшеүен, һыу күләме кәмей барыуҙы билдәләне. Уның фаразы буйынса, фәҡәт һыу күләме кәмеү арҡаһында зарарлы цианобактериялар (күкһел-йәшкелт ләм) үрсеп, күл “сәскә атыу”ҙар йышайған.
Район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Алик Сәләхетдинов проблема тураһында хәбәрҙәрбеҙ, тине, әммә комплекслы тикшереү үтмәйенсә сәбәптәре тураһында ниҙер әйтеү иртәрәк, тигән фекерҙә. Хәйер, ошо көндәрҙә БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре лә килергә тейеш, күлде сәләмәтләндереү буйынса комплекслы саралар планы төҙөлөүе көтөлә.
Һөйләшеү өыҙыу барҙы. Урындағы халыҡтың фаразы буйынса күл һайығыуҙың төп сәбәбе – Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һыу алыуҙа. Таусылар техник ихтыяж өсөн һыуҙы Учалы күленән ала, ә Өргөн ул һыу ятҡылығы менән тоташтырылған, тигән фекер яңғыраны. Оппоненттар иһә, бөтә ятҡылыҡтарҙа ла (шул иҫәптән Ҡалҡан күлендә) һыу кимәле төшөүгә баҫым яһаны, йәғни был тәбиғәт күренеше булыуы ла ихтимал.
Нисек кенә булмаһын, УТБК-ның баш экологы Олег Данилов, комбинат Өргәндө сәләмәтләндереү сараларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашасаҡ, тип ышандырҙы. Бик хуп. Сөнки, йәмәғәтсе Эльвира Ғәйнуллинаның фекере менән тулыһынса килешәбеҙ: тартҡылаштарға ҡарағанда төбәгебеҙҙең “йөҙөҡ ҡашы”, рәсми рәүештә төбиғәт ҡомартҡыһы, тип иғлан ителгән Өргән күлен һаҙға әйләнеү ҡурҡынысынан ҡурсалау сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә мөһимерәк.
Сәләмәтләндереү саралары планы төҙөлөп, эштәр башланһа (йә башланмаһа) был хаҡта гәзит уҡыусыларға хәбәр итербеҙ.
Читайте нас: