Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 18:30

Китеү

Биш ҡыҙ араһында иң сибәре Рәғиҙә булды . Иң өлкән ҡыҙҙары Рәйхана йәшләй генә һыуға батып үлеп ҡалды . Унан һуң булған Ракиялары биш балаһын етем ҡалдырып утыҙ биш йәшендә генә донья менән хушлашты . Бишенсе сабыйын тапҡанда ниҙер булған ҡатынды табиптар ҡотҡара алманы.

Биш ҡыҙ араһында иң сибәре Рәғиҙә булды . Иң өлкән ҡыҙҙары Рәйхана йәшләй генә һыуға батып үлеп ҡалды . Унан һуң булған Ракиялары биш балаһын етем ҡалдырып утыҙ биш йәшендә генә донья менән хушлашты . Бишенсе сабыйын тапҡанда ниҙер булған ҡатынды табиптар ҡотҡара алманы .Рәшиҙәләре үҙе китте . Иренең хыянатын күтәрә алманы ҡатынҡай . Үҙенсә еңде ул ирен . Ике бала етем ҡалды . Ҡатыны тере саҡта йөрөмтәл ир , Рәшиҙәне ерләгәс аңҡы тиңке йәшәне . Ҡабат өйләнгеһе лә килмәне .Рәғиҙә менән Рафиға ике бөртөк кенә ҡалғайнылар. Рәғиҙә магазин тотто, һеңлеһен үҙенә эшкә алды. Икәүләшеп татыу ғына эшләп алып киткәйнеләр инде. Апаһы Рафиғаға ныҡ ярҙам итте, аҡсанан да өҙмәне, аҙыҡ түлеген дә сумкалап ташырға рөхсәт бирҙе. Иштимер боларған ваҡыттарҙа барып араларына ҡыҫылып һәр саҡ кейәүе менән һөйләшер ине . Икәүһен яраштырыр өсөн бөтә көсөн һалды ул.Икәү ара асыуланышыу ҙа юҡтан ғына килеп сыҡты инде. Магазинға кемдәр генә инеп сыҡмай. Юл ситендә ултырғас бигерәктә. Ауыл эргәһенән Оло юл үтә, унан кемдәр генә үтеп йөрөмәй. Бер үткенсе ир йышлап алды Рәғиҙәнең магазинына. Рафиғаға күҙ һалған икән. Инеп сәғәттәр буйы сыҡмай һатыусы ҡатынды ҡаңғыртып торор ине.Рафиғаның ундай бындай холҡо булманы бер ваҡытта ла. Ирҙәргә ҡыйшаңлауҙы, шаяртып һөйләшеүҙе белмәне. Өндәшмәй ҡотолһа ла бик шәп әле, Иштимере урамдағы бағананан да ҡыҙғанды ҡатынын.Бер шулай магазинға ингән һатып алыусы менән апаһының һөйләшеүе ҡолағына салынды бит Рафиғаның. Ишетмәһә яҡшыраҡ булыр ине лә, ишетте шул.- Был Рафиғаны кейәү бушҡа ҡыҙғанмайҙыр ул, берәй ғәйебе барҙыр. Анау ир ҙә бушҡа йөрөмәйҙер бында, апаһының хәбәренә шаҡ ҡатты Рафиға. Складта йыйыштырып йөрөй ине, ярһып килеп сыҡты ла, магазин асҡысын шаҡылдатып өҫтәлгә ташланы.- Эшләмәйем магазиныңда! Һиңә ялсы булып ғүмерем үтте. Артымдан һөйләйһең икән әле, еще. Һин бар тиһеңме икенсе ирҙәргә йәбешеп йөрөргә? Үҙеңде бел!Рафиға ярһып ишекте шарт ябып сығып китте. Ҡабат апаһы менән һаулыҡ та һорашманы.Рәғиҙә шарылдағыраҡ холоҡло ине. Юҡ бар хәбәр һөйләй торған ғәҙәте арҡаһында кешегә дошман булып ҡалған саҡтары күп булды шул. Тик торған ерҙән һеңлеһен дә үпкәләтеп ҡуйҙы шулай. Инәлеп, ғәфү үтенеп ҡараһа ла Рафиға иремәне. Атайҙары Әхтәм ҡартҡа оҡшап ҡатыраҡ холоҡло ул Рафиғалары.Әхтәм ҡарт йәштән ҡаты булды. Биш ҡыҙҙы бер таҡтанан ғына йөрөтөп үҫтерҙе.Рәғиҙәнең артынан ауылдың иң сибәр егете гармунсы Марат йөрөнө. Ҡыҙ ҙа егеттән күҙҙәрен ала алмай ине. Кис етһә ауыл ситендәге тау итәгенә йәштәр йыйылып костер яғырҙар ине. Таң һыҙылғанса геү килеп Мараттың гармунына бейерҙәр ине. Рәғиҙә егетте армияға оҙатып, ҡайтыуын ике йыл көтөп алды. Һылыу ҡыҙға күҙ атыусылар күп булһа ла, ҡыҙ уларға әйләнеп тә ҡараманы. Уның йөрәгендә Мараттан башҡаға урын юҡ ине.Оҙаҡ дуҫлашып йөрөнө ике ғашиҡ йән. Егет әллә күпме яусы ебәреп ҡараһа ла, Әхтәм ҡарт яусыларҙы кире бороп тик торҙо.- Әптрәштең улына бирер ҡыҙым юҡ, бөтә һүҙе шул булды. Рәғиҙә әсәһенә илап ҡараһа ла Бибинур әбей ҙә ҡартының һүҙенән сыға алманы.Күрше егете Сәлимгәрәй Рәғиҙәне оҡшатып йөрөй ине. Тик Рәғиҙә уға ҡарай буламы һуң инде. Атайһыҙ әсәһе менән генә үҫкән егет ҡыҙҙар һымаҡ оялсан да, үҙе килеп тороп йыуаш та ине. Фәтихә әбей улын бигерәк әпәүләп кенә үҫтергәйне шул. Әсәһе эштән ҡайтыуға иҙәндәрҙе йыуып, ашарға бешереп көтөп тороусы Сәлимгәрәйгә йәштәштәре әллә ҡасан уҡ, бисәһүрәт тип ҡушамат та тағып ҡуйғандар ине.Ер һиңкетеп йөрөүсе баһадир Маратҡа бирмәне Рәғиҙәне атаһы. Ҡыҙынан ризалыҡ та һораманы, бисәһүрәт Сәлимгәрәйгә бата уҡытып тотторҙо ла ҡайтарҙы.Рәғиҙә буйһонорға теләмәне яҙмышына. Таң атһа әсәһенә йүгереп килде. Оҙатылып барған йортонда торламаны. Әсәһенең эшен эшләп тик йөрөнө. Ҡәйнәһе лә өндәшмәне, Сәлимгәрәй ҙә нисек кәләшен үҙенә ҡаратырға белмәне. Әхтәм ҡарт ҡына ҡыуып ҡайтара ине ҡыҙын. Никахлап бирелгән ир ҡатыны һаналһа ла, Рәғиҙә оҙаҡ ирен үҙенә яҡынлатманы. Икеһе ике урында ятып йоҡланылар, сәй эскәндә лә һөйләшмәнеләр. Рәғиҙә йәшәмәйем, барыбер китәм тип уйланы.Марат егеттәр менән эскеләп, аңҡы тиңке йөрөй бирҙе лә ситкә сығып китте. Күпмелер ваҡыттан һуң кәләш алып ҡайтты. Мараттың өйләнеүен ишеткәс Рәғиҙә үҙ яҙмышына баш эйҙе. Сәлимгәрәйгә күнде. Һәүетемсә йәшәп киттеләр.Шунан ҡыҙҙары Зарина тыуҙы. Башҡа балалары булманы, Рәғиҙә үҙе лә теләмәне. Ең һыҙғанып донья көтөргә тейеште. Магазин асып ебәрҙе. Тик тормошо алға барманы. Ҡатын һөйрәү менәнме ни, ир булдыҡһыҙ булғас. Сәлимгәрәйгә бушҡа исем таҡмағанларҙыр, ир исеме күтәреп йөрөһә лә, ҡулына балта сүкеш тә тота белмәй ине. Рәғиҙә утынды кешенән алдырҙы, бесәнгә кеше ялланы. Мунсаһы сереп ергә һеңде, ире йүнәтергә уйламаны ла.Өй эсе ялтлап торҙо, Рәғиҙәгә эш тә теймәй ине хатта. Иҙәндәр йыуылған, ашарға бешкән, баланың керенә тиклем йыуҙы Сәлимгәрәй. Икмәгенә тиклем бешерҙе. Әхтәм ҡарт менән Бибинур әбей яраттылар кейәүҙәрен. Эсмәй, тартмай, үҙе килеп тороп йыуаш. Бөтә эшен эшләй. Кемгә эләгә әле ундай бәхет?Ҡыҙҙарының зар илауын аңлай алманы атай менән әсәй. Ә Рәғиҙәнең ғүмере, китәм, ташлап китәм был бисәһүрәтте, тип уҙҙы.Ҡатыны китәм тиһә, Сәлимгәрәйҙең ҡото осор ине. Ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшмәй гел ыңғайына ғына һыпырып торҙо.Марат доньяны шаулатып көттө. Ҡатыны батша бисәһе һымаҡ ҡәҙерле, эре генә йәшәне. Бер ауылда булғас күреп, ишетеп торалар бит инде бер берен. Рәғиҙәнең эсе бошто, атаһына үпкәләп йәшәне ул ғүмере буйы.Бер заман сығып китергә лә йыйынғайны бит ул. Атай әсәһе белеп ҡалып тағы арҡыры төштөләр. Кем белә, бәлки Рәғиҙә лә бәхетле йәшәр ине үҙенсә йәшәһә. Күрәһең яҙмышы шулай булғандыр. Рафиғаның да ғәйебе бар, апаһының сығып китә алмауында.Миңзифа Ҡашҡарова.
(Дауамы бар)
Читайте нас: