Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 11:03

Өлгөрөп ҡалығыҙ

Үзбәктәр Учалы фабрикаһына килеүе мөмкин.

Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Үзбәкстандың Самарканд өлкәһе хакимиәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Уға ярашлы үзбәктәр Башҡортостанда эшләп ҡайтыу мөмкинлеге тураһында халыҡҡа белдертәсәктәр, кадрҙар һайласаҡ һәм әҙерләйәсәк, хеҙмәт мигранттарының килеү-ҡайтыуын ойошторасаҡ. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итте.
Самарканд ҡатындарын Учалы тегеү фабрикаһына эшкә йәлеп итеү проекты әленән бар, тип хәбәр ителде. Эйе, фабрикабыҙҙа тегенселәр етешмәй, тип үҙебеҙҙең гәзиттә лә йыш яҙҙыҡ. Дөйөм ятаҡ та төҙөп ҡаранылар, яҡын ауылдарҙан автобус менән дә хеҙмәткәрҙәрен йөрөтәләр, бары хеҙмәт көсөнө ҡытлыҡ кисерәләр. Ә заказдары, йәғни эш күләме – бик тә ярайһы күләмдә. Кем был предприятиеға эшкә урынлашыу тураһында уйлап йөрөй, өлгөрөп ҡалығыҙ. Юғиһә, мигранттарҙы йәлеп итеү системаһы яйға һалынһа, бер кем дә элеккесә инәлеп-өгөтләп йөрөмәҫ буғай.
-Беҙҙең турала ғына һүҙ түгел, бөтә республика өсөн, төрлө предприятиеларға рәсми рәүештә ситтән эш көсө йәлеп итеү һорауы тикшерелә! Нисек булырын алдан әйтеү килешмәҫ, сөнки аныҡ ҡына билдәле түгел, - тип белдерҙе беҙгә Учалы тегеү фабрикаһы директоры Фәйрүзә Степаненко. – Ә эш ҡулдары ҡытлығына килгәндә, беҙгә әлеге мәл 30 тирәһе хеҙмәткәр етешмәй.
Ярар, бөтөнләй сит-ят халыҡ түгел бит, дин һәм ҡан ҡәрҙәштәр – беҙҙең кеүек төркиҙәр. Тик әлегә "....иләнмәгән, һуғылмаған, мә, һиңә, ҡайным, киндер ыштан" әйтемендәге һымаҡ. Конкрет ниндәйҙер яңылыҡтар булһа, хәбәр итербеҙ.
Читайте нас: