Халҡыбыҙҙың төп байрамы - Башҡортостан республикаһы көнөн учалылар әүҙем билдәләне. Байрам айҡанлы ҙур сара үтте. Тантанала бер төркөм хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алик Сәләхетдинов барыһын да Республика көнө менән тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Төбәгебеҙҙәге ҡаҙаныштар, районыбыҙҙың бөгөнгөһө менән таныштырҙы. Артабан йылдағыса матур традицияға ингән хеҙмәт алдынғылары билдәләнде. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан республикаһы Хөкүмәтенең Хөрмәт грамотаһы менән "Учалы урман хужалығы" йәмғиәте баш механигы Камил Кәримов һәм Илтабан участкаһы мастеры Радмир Сәғитов наградланды. БР Урман хужалығы министрлығының Хөрмәт грамотаһы менән "Учалы урман хужалығы" йәмғиәтенең Урал аръяғы участкаһы начальнигы Азат Мөхәмәтйәров һәм баш бухгалтер Асия Сабирова тәбрикләнде. "РИВС машина төҙөү заводы" йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Вадим Борисов менән Рәмзиә Ғиззәтуллина оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн БР Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының Хөрмәт грамоталарына лайыҡ булдылар. Шулай уҡ БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Хөрмәт грамоталары менән халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә лайыҡлы хеҙмәттәре өсөн реабилитация үҙәгенең логопеды Елена Меньшикова һәм психолог Эльмира Фанина бүләкләнделәр. Быйыл йылдың ҡоро килеүе арҡаһында урман янғындары күп булды. Иң ҙур янғын Ҡолош һәм Ураҙ ауылдарында теркәлде. Янғынды һүндереүҙә ауыл халҡы ла актив ҡатнашты. Тантаналы сарала бер төркөм ауыл активистарының күрһәткән ҡаһарманлыҡтары район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Рәмис Ғниәтуллин, Фәһим Шакиров, Әлфиә Сафина, Иҙрис Әхмәтйәнов, Рима Минһажева, Рәсилә Рәхмәтуллина, Хәҙис Сәфиуллин, Зөлфиә Айытбаева, Вәлимә Исхакова тураһында гәзитебеҙҙә лә яҙып үткәйнек. "Урал" күп профилле балалар шифаханаһы хеҙмәткәре Тимур Зәйнуллинға фиҙаҡәр хеҙмәте һәм хәүефле шарттарҙа эшләгәне өсөн БР Учалы хакимиәтенең Хөрмәт грамотаһы тапшырылды. Тимур Ринат улы 1987 йылда Ишмәкәй ауылында тыуып үҫкән. Ураҙ лицейын тамамлағас, бала саҡтан "Тиҙ ярҙам" машинаһы водителе булырға хыялланған егет Белорет медицина училищеһына юл тота. 2008 йылда уны уңышлы тамамлағас "Урал" шифаханаһына медицина хеҙмәткәре булып эшкә килә. Бер йыл үткәс, "Тиҙ ярҙам" бүлегенә лә урынлаша. Тик водитель түгел, ә фельдшер булып. Шулай итеп, тырыш егет ике эште лә бөгөнгө көнгәсә уңышлы алып бара. Егеттең ныҡышмал хеҙмәте яҡшы һөҙөмтә бирә. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Хөрмәт грамотаһы, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары, Хөрмәт грамоталары менән йыш ҡына дәртләндерелеп тора. Хеҙмәт юлында Тимур Ринат улы үҙен яуаплы, яҡшы белгес итеп күрһәтә, бурыстарына намыҫ менән ҡарай. Коллегалары уны егәрле, мөләйем, изге күңелле, һәр кем менән дә асыҡ кеше булараҡ белә. Шифаханала ял итеүсе балаларҙың да ихтирамын ул ул һөнәренә бирелгәнлеге, эшсәнлеге һәм кескәйҙәргә яҡшы ҡарашы менән яулаған. "Тиҙ ярҙам" бүлегендә иһә ул изгелекле һәм кешелекле фельдшер: сирлеләр төрлө була, сәләмәтлеккә бәйле проблемаларҙы хәл итеүҙән тыш, кешене тыңлай белергә, уға ярҙам итергә, ә ҡайһы саҡ айырыуса тәьҫирле пациенттарға кәңәшсе лә булырға тура килә, кемдеңдер ғүмеренә хәүеф янағанда уларға ал да, ял да юҡ, күп ваҡыт төндә дежур итергә тура килә. Тырыш егет атай нигеҙен дә ҡоротмай, ауылдан ҡалаға йөрөп эшләй, һоҡланырлыҡ донъя көтә - мал-тыуар аҫрай, йәшелсә-емешен үҫтерергә лә ваҡыт таба.