Тарихсы Илдар Мәмбәтҡолов Facebook селтәрендәге сәхифәһендә һәм TARIH LIFE мәғрифәти порталында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән таныштырҙы.
Унда һүҙ Ишмөхәмәтов фамилиялы башҡорттоң нәҫелен дауам итеүсе Джонатандың (Jonathan Czödör Ichmoukametoff) Францияла башҡорт этно-ауылы төҙөүе тураһында һөйләй.
Джогатан – сығышы менән Башҡортостандың Учалы районының Һөйөндөк ауылынан булған Әхтәм Ишмөхәмәтовтың бүләһе.
Уның ҡарт ҡартатаһы Әхтәм Ишмөхәмәтов (1880 – 1946) үҙенең бер туғаны Мирт менән аҡтар яғында һуғыша. Большевиктарға ҡаршы коалиция ҡыйратылғандан һуң, бик күп хәрбиҙәр кеүек сит илгә юллана һәм 1923 йылда Францияла төпләнә. Советтар яғында булған өсөнсө ир туғандары бында ҡала.
Икенсе донъя һуғышы осоронда Әхтәм Ишмөхәмәтов француз ҡаршы тороусылары составында фашистик Германияға ҡаршы көрәшкә ҡушыла һәм антифашистик хәрәкәттең иң әүҙем ағзаларының береһе була.
Ағаһы менән бергә сит илгә юлланған Мирт, 1992 йылда Советтар Союзы тарҡалғас, тыуған яҡтарына ҡайтып, туғандарын эҙләп таба. Артабан ул Ҡаҙағстанда төпләнә һәм ғүмеренең һуңғы йылдарын шунда үткәрә.
Бөгөн Әхтәм Ишмөхәмәтовтың дүртенсе быуын нәҫеле булған Джонатан ата-бабаларының тарихын өйрәнеп, традицияларға тоғролоҡ һаҡлап йәшәй. Бер нисә йыл элек ул Францияла башҡорт этно-ауылы булдыра һәм унда ғаиләһе – ҡатыны Джулия һәм өс балаһы менән йәшәй.
“Ауыл йәки утар – ул айырым бер хужалыҡ кеүек, әммә ул туристар өсөн тәғәйенләнгән проект түгел, ә ысын башҡорт тормошо алып барылған, башҡорттарҙың тормош-көнкүрешенә таянған урын, - тип яҙа Илдар Мәмбәтҡолов. – Улар тирмәлә йәшәй, йылҡы малы, кәзә, һарыҡ аҫрай. Джонатан тыуған телен белә һәм үҙен башҡорт тип һанай”.
Этно-ауыл нигеҙендә Джонатан «Batyriyya» тигән мәктәп ойоштора. Унда боронғо башҡорт йолаларын һәм үҙ-үҙеңде яҡлау буйынса башҡорттарҙың көрәш алымдарын өйрәнеү өсөн Францияның төрлө төбәгенән киләләр. Шулай уҡ бында туристар ҙа йыш була.
Джонатан — француз армияһында хеҙмәт иткән хәрби, махсус әҙерлек үткән. Ул шулай уҡ экстремаль шарттарҙа тере ҡалыу, эҙ алыу ҡағиҙәләрен өйрәтә.
Фотолар тарихсы Илдар Мәмбәтҡоловтың архивынан.