Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 12:50

"Йәшлек шоу2020" - Учалыла!

Башҡортостанда “Йәшлек шоу - 2020” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленә һайлап алыу турҙары дауам итә.

Башҡортостанда “Йәшлек шоу - 2020” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленә һайлап алыу турҙары дауам итә. Быйыл фестиваль бөтә республика һәм бөтә Рәсәй буйынса үтә. Унда 16 йәштән 30 йәшкә тиклемге башҡарыусылар ҡатнаша. Проекттың продюсеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин. Шоуҙың тарихы ҙур, быйыл ул 28-се тапҡыр үткәрелә.
Эстрада йырсыларының “фанера“ға сығыш яһауы күптән ялҡытып бөткән. Шуға ла Башҡортостан хөкүмәте һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән фестивалгә яңылыҡ индереүҙәре шатландырҙы. Ул “Перезагрузка” тип атала. Быйылғы “Йәшлек-шоу”ҙа барыһы ла тере тауыш менән сығыш яһасаҡ.
6 октябрҙә бәйге Учалы ҡала филармонияһында үтте. Бында көнсығыш зона буйынса Белорет һәм Учалы ҡала-районы таланттары көс һынашты. Фестивалдең һайлап алыу турында учалыларға етеүсе булманы, өс еңеү ҙә беҙҙеке. I урынды Учалы филармонияһы йырсыһы Ильяс Кинйәғолов яуланы һәм 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Йырсы Өфөлә тыуған. Баш ҡалала сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлаған. Татарстанда актер булып эшләп ҡайта, фильмдарҙа ла уйнай. Сәхнә йондоҙо Илһөйәр Бәҙретдинова менән Рәсәй, Башҡортостан ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Ишембай мәҙәниәт һарайында эшләй. Әлеге ваҡытта Учалыла ижадын үҫтереү менән мәшғүл. Ильяс Кинйәғолов 20 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында сәхнә йондоҙҙары менән бергә «Йәшлек-шоу - 2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең концертында сығыш яһаясаҡ. Әйткәндәй, бәйгенең приздары бик шәп буласаҡ: беренсе урын яулаған кеше - 300 мең, икенсе урын - 200 мең һәм өсөнсө урын өсөн 100 мең һум аласаҡ.
Икенсе урынды районыбыҙҙың йәш, талантлы вокалсыһы, Яңы Байрамғол ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Сәмиғулла Лоҡманов яуланы. Уға ете мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Өсөнсө урында яҡташыбыҙ, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Азамат Дауытов билдәләнде, ул биш мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар алып ҡыуанды.
Әлиә ФӘРРӘХОВА.
Читайте нас: