«Яйыҡ” гәзитенең бөгөнгө һанында:
-Республика көнө айҡанлы алдынғы хеҙмәткәрҙәр бүләкләнделәр;
-Учалының иң матур ҡыҙы, төбәгебеҙҙә үткән ижади конкурстар тураһында тәфсирләп яҙабыҙ;
-Мәүлит Ямалетдиновтың “Хушығыҙ, торналар!” тигән йән өҙгөс хикәйәһе;
-шағир Рамай Ҡаһир былтырҙан алып бик шәп проектты тормошҡа ашыра - Учалы районының ауылдарына бағышлап шиғырҙар яҙа һәм интернет аша донъяға тарата. Бындай башланғыс тарихта әлегә тиклем бөтөнләй булмағандыр буғай! Өлгөләрҙе гәзиттә бирәбеҙ;
-Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин тураһында китаптың аҙағы.
Һәм башҡа ҡыҙыҡлы материалдар.
Районда берҙән-бер башҡорт баҫмаһына яҙылырға онотмағыҙ!