Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 12:55

Йыр йәшәтә, йыр йәшәртә

Районыбыҙҙа быйыл беренсе тапҡыр уҙғарылған “Ирәмәл тауышы” йыр конкурсы ла ҙур аншлаг менән үтте.

Еңеүселәр номинациялар һәм айырым төркөмдәр - һәүәҫкәр һәм үҙешмәкәр башҡарыусыларға бүленеп билдәләнде.
Үҙешмәкәр йырсылар араһында өсөнсө урын Комсомольскиҙан Айгөл Сәғитоваға бирелде. Икенсе урынға Учалы ҡалаһынан Гөлфинә Йомағужина лайыҡ булды. Беренсе урынға Уральскиҙан Илназ Үҙәнбаев сыҡты.
Һәүәҫкәрҙәр араһында икенсе урын Учалы ауылынан Юлиә Ляпочкинала, Яңы Байрамғол ауылынан Сәмиғулла Лоҡманов һәм Учалы ҡалаһынан Флүзә Сөләймәнова беренсе урынды бүлеште. Төп приз - Гран-приға Учалы ауылынан Элиза Ғәлимова лайыҡ булды.
“Үҙенсәлекле тауыш” номинацияһы Ҡораманан Лариса Ҡотоеваға бирелде. Ҡунаҡбайҙан йәш башҡарыусы Ангелина Ғәлиәкбәрова “Өмөт. Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһына лайыҡ тип табылды. “Милли йыр традицияларын һаҡлағаны өсөн” номинацияһында Юлдаш ауылынан Фирүзә Баҡыева билдәләнде. Ҡунаҡбайҙан Алтынай Әхмәҙиеваға “Халыҡ традицияларын һаҡлағаны өсөн” номинацияһы тапшырылды. Ахун ауылынан Илдар Шәрипов “Вокал сәнғәтен үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн” номинацияһына лайыҡ булды. Еңеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Улар өсөн тағы бер сюрприз әҙерләнгәйне - “Ирәмәл тауышы” финалсыларына мәғрүр Ирәмәл тауына ике көнлөк сәйәхәткә барыу мөмкинлеге бирелде.
Нурия ШӘРИПОВА.
Читайте нас: