Яйыҡ
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2020, 19:30

Белмәйенсә рәнйеттем...

Беренсе йылда уҡ 7-селәрҙең класс етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Ауыл бәләкәй, балалар һаны аҙ, класта дүрт ҡыҙ, биш малай. Уларҙың бигерәк шуҡ ваҡыттары, тик тәртипһеҙҙәр тип әйтеп булмай, йәш уҡытыусыны шаяртырға маташалар ғына.

Уҡытыусы булып күрше ауылда эшләгән тәүге йылым. Ҡыйыу, бөтә нәмә ҡулдан килер кеүек үҙемде тойған сағым. Тәжрибәһеҙ, әммә мин-минлегем көслө мәлем.
Беренсе йылда уҡ 7-селәрҙең класс етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Ауыл бәләкәй, балалар һаны аҙ, класта дүрт ҡыҙ, биш малай. Уларҙың бигерәк шуҡ ваҡыттары, тик тәртипһеҙҙәр тип әйтеп булмай, йәш уҡытыусыны шаяртырға маташалар ғына. Араларындағы Нәғимә исемле ҡыҙ ғына һәр ваҡыт шым, килгәне бирле бер тапҡыр ҙа уның көлгәнен күргәнем булманы, күҙҙәре гел һағышлы ҡарай. Дәрестә ултырһа ла, үҙе уйҙары менән әллә ҡайҙа ҡырҙа кеүек. “Ата-әсәһе эскесе, өйҙә тағы ике бала, ҡыҙ шуларҙы ҡарай, өҫтәүенә бөтә донъя эше өҫтөндә, мал-тыуар... Бигерәк йәл”, – хеҙмәттәштәрем ҡыҙыҡһыныуыма яуап итеп ошоларҙы һөйләне.
Тәүге ата-әсәләр йыйылышына эскелек темаһына доклад әҙерләнем, тик әлеге баланың атаһы ла, әсәһе лә күренмәне. Иртәгәһенә эштән һуң өйҙәренә үҙем киттем. Ғәжәпләнеүемә ҡаршы, өйҙә тәртип, таҙалыҡ хөкөм һөрә ине, тик барыбер ниндәйҙер шыҡһыҙлыҡ, һалҡынлыҡ һиҙелә шулай ҙа (әллә алдан үҙемде шуға көйләп килгәнгә). Атай кешене осратманым, ә әсә күңелһеҙ генә түр яҡта нимәлер эшләгән булып йөрөй. Килеүемә аптыраманы ла, баҙаманы ла, үт тә тимәне, башын баҫып йөрөүен белде. Мин эште ҡаты тоторға булдым: йыйылышҡа килмәгәндәре өсөн шелтә белдерҙем һәм: “Балаларығыҙға ниндәй үрнәк күрһәтәһегеҙ? Ҡыҙығыҙ дәрескә әҙерләнмәй, уҡыусылар менән дә аралашмай, гел ҡайғылы ҡиәфәттә йөрөй. Тапҡас, йүнле итеп ҡарарға ла кәрәк”, – тип йәш башым менән аҡыл өйрәтеп ташланым, эскесе тигән һүҙҙе ҡулланыуҙан да тартынманым шикелле. Ә апай ирендәрен ҡымтып бер ни тип тә өндәшмәне. Үҙемдекен тылҡып-тылҡып сығып киттем, йәнәһе, иртәгәнән хәл яҡшырасаҡ инде. Тик проблема шул көйө ҡала бирҙе, һөйләшеүҙең бер ниндәй һөҙөмтәһе булманы.
Үҙем шул уҡ йылда ошо ауыл егетенә ҡапыл кейәүгә сыҡтым. Уның менән әҙерәк йәшәгәс, эсеүгә әүәҫлеге барлығын белдем, тик ни эшләйһең, өлөшөңә төшкән көмөшөң, тиҙҙән бәпесебеҙ ҙә тыуасаҡ, нисек тә уны тота алырмын тип үҙемде тынысландырып, яҡты хыялдар менән йәшәй бирҙем.
...Бер көн мәктәптән ҡайтып килгәндә теге ҡыҙҙың әсәһе осраны ла: ”Ә-ә-ә, миңә өйрәтеп маташа инең, үҙең дә эскесегә кейәүгә сыҡҡанһың бит, хәҙер ҡарап ҡарарбыҙ инде, балаларың бәхетле булыр микән?” – тип күңел ярама тоҙ һипте. Шунда ғына башыма барып етте: мин теге ваҡыт апайҙы рәнйетерлек һүҙҙәр әйткәнмен бит, ул шуны онотмай йөрәгендә йөрөткән. Апай йәш сағында һылыу, уңған, матур йырлай ине, иренә эйәреп эсергә өйрәнде тип һөйләнеләр, ә мин аңын-тоңон белмәй, ҡаты бәрелгәнмен, мәсьәләне тотҡан ерҙә һындырырға теләгәнмен. Тәүҙә миңә берәй оло уҡытыусы менән кәңәшләшергә, шунан ғына апайға барырға кәрәк булған. Әлеге шул йәшлек, тәжрибәһеҙлек инде...
Ошо ваҡиға миңә ғүмерлеккә һабаҡ бирҙе, хәҙер нимәлер әйтер алдынан, кем генә булыуына ҡарамаҫтан, ҡат-ҡат уйлайым, иң дөрөҫ һүҙҙе табырға тырышам. Кешене лә, үҙе теләмәһә, үҙгәртеп булмағанды аңланым. Тормош һабаҡтарын шулай ғәмәлдә үҙләштерәһеңдер инде.
(Йәш уҡытыусының һөйләгәненән).
Фото: Knowyourmeme.com
Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Belm-yens-r-nyettem-432414/
Читайте нас в