#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Белорет районының Тимер юл ауылы мәктәбе базаһында “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәге белем биреү үҙәге асылды. Уларҙа уҡыусылар дөйөм белем алыу менән бергә, өҫтәмә үҫеш программалары буйынса ла шөғөлләнәсәк.
Бөгөн Тимер юл ауылы мәктәбендә 305 бала иҫәпләнә, уларға 25 педагог белем бирә. “Үҫеш нөктәһе” проекты буйынса эшләү маҡсатында уларҙың барыһы ла квалификация үҫтереү курстарын үткән.
Балаларға информатика, технология һәм тормош нигеҙҙәре хәүефһеҙлеге дәрестәре яңы заманса алымдар ҡулланып өйрәтеләсәк. Ошо маҡсатта үҙәктәргә яңы компьютерҙар, 3D-принтерҙар, виртуаль ысынбарлыҡ шлемдары, электр ҡорамалдары, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү күнекмәләре өсөн манекендар, төрлө технологик һәм компьютер ҡорамалдары ҡайтарылған. Шулай уҡ ижад һәм проектлау эштәре, робототехника менән шөғөлләнеү, шахмат уйнау өсөн залдар йыһазландырылған.
Белорет районында “Үҫеш нөктәһе” ошо көндәрҙә Инйәр мәктәбендә лә асылды. Бөтәһе Белоретта 10 мәктәптә шундай уҡ үҙәктәр эшләй.
Мәғариф учреждениеларында бындай инновацион майҙансыҡтар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Заманса мәктәп” төбәк проекты сиктәрендә барлыҡҡа килде.
Фото: Белорет районы мәғариф бүлеге сайтынан.