Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2020, 16:40

Әрем матурлыҡ көсө

Бит тиреһен матурлау өсөн әрем төнәтмәһен туңдырып эшләнгән боҙ кубиктары ҡулланыла. Йыуылған биткә көнөнә ете-ун тапҡыр тигеҙ генә итеп йөрөтөп алғандан һуң, тиҙҙән яҡшы һөҙөмтәләр күреп ҡыуанырһығыҙ.

Бит тиреһен матурлау өсөн әрем төнәтмәһен туңдырып эшләнгән боҙ кубиктары ҡулланыла. Йыуылған биткә көнөнә ете-ун тапҡыр тигеҙ генә итеп йөрөтөп алғандан һуң, тиҙҙән яҡшы һөҙөмтәләр күреп ҡыуанырһығыҙ.
Биттәге ваҡ һырҙарҙы бөтөрөү, тирене йомшартыу өсөн бер ҡалаҡ ваҡ ҡына итеп туралған әрем япрағына 100 мл көнбағыш майы һалып төнәтергә. Өс көн быяла һауытта бүлмә температураһында тотҡандан һуң, көндөҙ саҡ ҡына крем өҫтәп, кистәрен әҙер майҙың үҙен генә һөртөргә була.
Битте ағартыусы битлек өсөн бер ҡалаҡ һоло ярмаһы менән әрем орлоҡтарын ҡәһүә тартҡыс аша үткәрергә, өҫтөнә 50 – 60 мл. йәшел сәйҙе яйлап ҡына ҡойоп бутарға. Шыйыҡ ҡаймаҡ һымаҡ булғас, әҙер массаға бер бал ҡалағы лимон һуты ҡушырға. Төрлө таптар, һипкел сыҡҡан урындарға һөртөп, биттә ун биш минут тоторға. Айына дүрт-биш тапҡыр ҡабатлағанда бит тиреһе шымарып, тигеҙләнеп ҡалыр.
Әгәр ҙә бит тиреһе ныҡ ҡоро икән, ошо уҡ битлеккә ҡаймаҡ өҫтәргә лә була.
Әремдән эшләнгән икенсе төрлө битлек тә йөҙҙө ағартыу өсөн яҡшы рецептарҙан һанала. Бының өсөн бер ҡалаҡ әремде 100 мл ҡайнар һыуға һалып 30 – 40 минут тоторға. Үләнде һөҙөп алып, ике ҡалаҡ ҡаймаҡ ҡушып, яҡшылап бутарға. Ун биш минутҡа тигеҙ генә итеп биткә һыларға. Аҙнаһына бер тапҡыр ошо процедураны ҡабатлағанда һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ.
Бер туҡтауһыҙ сығып торған һытҡыларҙан ҡотолоу өсөн бер ҡалаҡ бадяга порошогына әҙ генә минераль һыу ҡушып бутҡа кеүек итеп бутағас, ун минут көтөргә. Икенсе һауытта бер бал ҡалағы әрем һутына шул уҡ кимәлдә аҡсәскә онтағы ҡушырға. Ике һауыттағы ҡатнашмаларҙы бергә һалып ҡушҡандан һуң таҙа биткә 18 – 20 минутҡа һыларға. Биш-ете көн дауамында ҡабатлағанда һытҡыларҙан ҡотолорға мөмкин.
Майлы бит тиреһенән бер стакан һыуға бер ҡалаҡ әрем һалып, ун минут ҡайнатырға. Һыуытып, һөҙөп алғас, йомортҡаның ағын ҡушып бутарға һәм биткә һөртөп егерме минут тоторға.
Урыны урыны менән ҡыҙарып йонсотҡан бит тиреһенә әрем төнәтмәһе ҡушылып эшләнелгән киләһе битлектең дә файҙаһы ҙур. Ҡырғыстан үткәрелгән 50 г лимон тышына шул уҡ күләмдәге һөттә бешкән һоло бутҡаһы, әрем төнәтмәһен ҡушып егерме минут биттә тоторға. Аҙнаһына ике тапҡыр бер ай дауамында ҡулланғанда бит тиреһе шымарып, тигеҙ генә бер төҫкә инеп ҡалыр.
Әремдең йәшәрткес көсө лә бар. Бер ҡалаҡ әремгә икешәр ҡалаҡ һары мәтрүшкә, бөтнөк, аҡсәскә, шалфей, үгәй инә үләндәрен ҡайнар һыуға һалып 20 – 25 минут төнәтергә. Һөҙөп алғандан һуң һыуытҡыста һаҡларға һәм иртән бит йыуғанда ҡулланырға. Ә үләндәр ҡушылмаһына бер бал ҡалағы ҡаймаҡ ҡушып, 15 – 20 минут биткә һылап тоторға. Ҡышын - аҙнаһына бер нисә ҡат, ә йәйен бер тапҡыр эшләү ҙә етә.
Баш тиреһен яҡшыртыу, тиҙ майланыуҙы кәметер өсөн ике ҡалаҡ әрем япрағын бер стакан ҡайнар һыулы һауытҡа һалып, таҫтамал менән урап тороп 10 – 12 сәғәт төнәтергә. Аҙнаһына ике тапҡыр сайҡатҡанда ҡауаҡтарҙан да ҡотҡарыр, сәс ҡойолоуын да туҡтатыр.
Тағы ла әрем ҡушылған битлек тә ҡауаҡтан ҡотолорға ярҙамға килә ала. Бының өсөн бер ҡалаҡ әремгә бер йомортҡа һарыһы, 15 г бал ҡушып бутағандан һуң, баш тиреһенә һыларға. Полиэтилен менән ныҡлап япҡас, таҫтамал менән урап тоторға. Ярты сәғәттән һуң йылымыс һыуҙа йыуырға.
Сәсте сайҡау өсөн дә әремдән эшләнгән төнәтмә бар. Бер ҡалаҡ ваҡланған әрем орлоғон бер стакан ҡайнар һыуға һалып, 5 минут талғын ғына утта тоторға. Һыуытып, һөҙөп алғандан һуң, бер литр һыу ҡушып башты йыуғанда ҡулланырға. Был баш тиреһен туҡландыра, аҡ сәстәр ҙә һирәгәйгән кеүек буласаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
https://shonkar.rbsmi.ru/news/rem-maturli--s-n-421919/
Читайте нас: