Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь 2020, 14:58

Байрам менән, дуҫтар!

Республикабыҙға – 30 йыл!

Ләйсән Золотаревабыҙға күҙ генә теймәһен инде, “Сыңрау торнаны” һуҙып ебәргәйне – майҙан ғына түгел, бөтә ҡала, бөтә ғәләм тын ҡалған кеүек булды.......
Бик матур концерт күрһәтелде Республика көнө айҡанлы Дан стелаһы эргәһендә. Төп байрамыбыҙ айҡанлы республика етәксеклеге исеменән ҡотлау һүҙҙәрен БР Сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары Урал Нәсибуллин еткерҙе. Халыҡты шулай уҡ район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Алик Сәләхетдинов ҡотланы.
Стела эргәһендәге Ҡаһармандар иҫтәлеге скверы әлегә асылмаһа ла, халыҡ күп йыйылыу сәбәпле төҙөлөш кәртәләре алынды. Бик матур урын пәйҙә буласаҡ ҡалабыҙҙа. Был да байрам кәйефен күтәреп ебәрҙе.
Читайте нас: