Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь 2020, 10:15

Сүп-сар кәмей бара

Эштәрҙе Иглин ауыл советы атҡара. Иглин, Еләкле, Петрово-Федоровка, Еленинский, Красный Ключ ауылдарында ҡалдыҡтар өсөн 100 урын төҙөкләндерелгән. Тағы 100 майҙансыҡты ипкә килтермәкселәр.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Эштәрҙе Иглин ауыл советы атҡара. Иглин, Еләкле, Петрово-Федоровка, Еленинский, Красный Ключ ауылдарында ҡалдыҡтар өсөн 100 урын төҙөкләндерелгән. Тағы 100 майҙансыҡты ипкә килтермәкселәр.
Контейнерҙар этап буйынса ҡуйыла. Башта ауыл советы һайланған урынға контейнерҙарҙы ҡуя. Әгәр бер ай буйы урындағы халыҡтан иҫкәрмәләр йәки тәҡдимдәр булмаһа, хеҙмәткәрҙәр майҙансыҡты эшләй башлай: бетон һалалар, металл ҡоролмалар алып киленә һәм улар ҡуйыла.
Ауылдан ҡалдыҡтар – көн һайын, ә ҡайһы бер урындарҙа көнөнә ике тапҡыр алып сығарыла. Урындағы халыҡ сүп-сарҙың аҙайыуы һәм район биләмәһенең таҙарып ҡалыуы хаҡында белдерә. Шулай итеп, 2015 йылда Иглиндә биш кенә контейнер майҙансығы булған һәм ауыл советы сүп-сар өйөмдәре менән “көрәшкән”. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйыу менән бәйле эш күп, әммә процесс әкренләп алға бара.
Егоровка, Кузьминка биҫтәләрендә майҙансыҡтар тулыһынса ҡуйылған. Төҙөлөш эштәре барған Яңы Иглиндә генә проблемалар бар әле. Контейнерҙарҙы ҡуйыу урындары халыҡ йыйылыштарында асыҡланасаҡ. Яҡын арала ауылдың Калинин урамындағы “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ипкә килтерелгән ихатала сүп-сарҙы айырым йыя башлаясаҡтар.
Әйткәндәй, әле республикала 19617 контейнер майҙансығы ипкә килтерелгән, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 52638 контейнер ҡуйылған. Барлығы 7322 сүп-сар урыны төҙөкләндереүгә һәм улар 1523 контейнер менән йыһазландырыуға мохтаж.
– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар инфраструктураһы үҫеше һәм селектив йыйыуҙы этап буйынса тормошҡа ашырыу санкцияланмаған сүплектәрҙең һанын һәм полигондарҙа ҡалдыҡтарҙы ерләүҙе кәметеүгә булышлыҡ итәсәк, – тип белдергән республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғазина.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһен камиллаштырыу ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты маҡсаттарына тура килә һәм граждандарҙың яуаплылығын, экологик мәҙәниәте кимәлен күтәреү иһә уның төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
"Башҡортостан" (А. Низамова)
Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас: