Яйыҡ
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь 2020, 16:35

ҠЫҘЫҒЫҘҘЫҢ БӘПЕСЛӘҮЕН ТУҠТАТЫП ТОРОУҘЫ ТАЛАП ИТӘБЕҘ!

Туйҙан һуң ярты йыл үттеме, юҡмы, ҡоҙа менән ҡоҙағый килеп, ишегебеҙҙе ҡаҡтылар. Тәү ҡарауҙан уҡ, күңелем нимәлер һиҙҙе, былар юҡтан ғына йөрөмәй. Бик етдиҙәр һәм көсөргәнешле ҡараштары ниндәйҙер көтөлмәгән хәл тураһында һөйләй. Оло ҡоҙағый сирләп тора, тиҙәр ине, әллә шул үлеп киттеме икән? Әллә йөҙгә етеп бара, тинеләрме? Ләкин мәсьәлә ҡарсыҡтан да ҡатмарлыраҡ булып сыҡты.

Туйҙан һуң ярты йыл үттеме, юҡмы, ҡоҙа менән ҡоҙағый килеп, ишегебеҙҙе ҡаҡтылар. Тәү ҡарауҙан уҡ, күңелем нимәлер һиҙҙе, былар юҡтан ғына йөрөмәй. Бик етдиҙәр һәм көсөргәнешле ҡараштары ниндәйҙер көтөлмәгән хәл тураһында һөйләй. Оло ҡоҙағый сирләп тора, тиҙәр ине, әллә шул үлеп киттеме икән? Әллә йөҙгә етеп бара, тинеләрме? Ләкин мәсьәлә ҡарсыҡтан да ҡатмарлыраҡ булып сыҡты.
– Һеҙ туй ваҡытында ишеткәнһегеҙҙер, улыбыҙ Булаттың уҡытыусылары, дуҫтары уға бары тик ижади уңыштар һәм еңеүҙәр теләне, – тип ярһып, башланы һүҙен ҡоҙам, – ул – Сәнғәт институтына быйыл уҡырға инеүселәрҙең иң көслөләренең береһе. Скрипкала уның һымаҡ уйнаған өмөтлө йәштәр бөгөн юҡ кимәлендә. Былтыр Мәскәүҙәге халыҡ-ара конкурста уға хатта Страдивари эшләгән скрипканы тотоп ҡарарға рөхсәт иткәндәр. Бындай ышаныс тик уға ғына күрһәтелгән.
– Ә, ишеттек беҙ уны, бик ҡыуандыҡ! Әллә Страдивари үҙе рөхсәт иткән, шикелле, тип тә беләм. Кейәүҙе оҡшатҡас, рәхмәт инде! – тип һүҙгә ҡушылғайным, ҡатын ныҡ итеп төрттө. Үҙем дә аңламаным.
– Эйе, эйе, ул кемдең скрипкаһын һөйләне ул, – тип һүҙгә ҡушылды ҡатыным. – Тик үҙе килә алмаған, шикелле. Үтегеҙ, аш бешеп килә, сәй эсербеҙ!
– Юҡ, беҙ туҡбыҙ! – тине ҡоҙағый, бер изгелек тә, яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәгән тонда. – Ә һеҙ беләһегеҙме, беҙ улыбыҙҙы һеҙҙең ҡыҙығыҙға ни өсөн өйләндерҙек?
– Нисек белмәҫкә? Һеҙҙең улығыҙ беҙҙең ҡыҙыбыҙҙы ярата, – тип мөңгөрҙәнем мин. – Улар әле лә баҡсала, саф һауала күңелле итеп...
– Ужас! Баҡсала! Һеҙ уға ер ҡаҙырға ҡушмағанһығыҙҙыр ул? – тип аһылданы ҡоҙам.
– Ҡаҙманы, тип... Үткән аҙнала уҡ вис баҡсаны ҡаҙып сыҡты ул. Оҡшаны, бармаҡтарым яҙылып ҡалды, тине. Әле йорт төҙөйҙәр, кейәүебеҙ кирбес һалырға өйрәнде!– тинем аптыранып.
Фатирға әллә корвалол, әллә валидол еҫе таралды.
– Һеҙ мине үлтерҙегеҙ! Харап иттегеҙ! – тип ыңғырашты ҡоҙағый. – Һеҙ уның бармаҡтарын үлтергәнһегеҙ! Уға көрәк, кирбес түгел, ҡалаҡ тоторға ла ярамай! Бармаҡтарының нескә ҡылдарҙы уйнатып, көй сығарыу һәләтенән мәхрүм иткәнһегеҙ! Беләһегеҙме, беҙ ни өсөн улыбыҙҙы өйләндерҙек?
– Ә ни өсөн һуң? – тинем мин.
– Улыбыҙ теләһә ҡайҙа аҙып-туҙып, теләһә ниндәй аҙғын ҡыҙҙар менән аралашмаһын өсөн. Етмәһә, һеҙҙең ҡыҙығыҙ иҙәнде үҙе йыуа, магазинға йөрөй, эшләй, тип уйлағайныҡ. Ә бер көн барһаҡ, нимә күрәбеҙ, беҙҙең улыбыҙ иҙәнде йыуып бөткән дә, урамда келәм ҡағып йөрөй! Хәҙер магазинға барып, картуф алып ҡайтам, ти.
– Эйе, эйе! Улығыҙ хатта ҡыҙыбыҙы ярата! – тип ҡыуанып китте ҡатыным. – Бер эш тә рөхсәт итмәй! Һәйбәт тәрбиәләгәнһегеҙ! Ҡыҙыбыҙ алдында өлтөрәп тора!
– Ә беҙ уны эшләр өсөн үҫтермәнек! Улыбыҙ скрипка уйнап, донъя сәхнәләрен яуларға, үҙенең барлыҡ ғүмерен музыкаға бағышларға тейеш! Ә һеҙҙең ҡыҙығыҙ нимә эшләгән, беләһегеҙме?
– Уф, белмәйбеҙ! Бер-бер хәл булдымы әллә? – тип ултыра төштө ҡатыным.
– Белмәһәгеҙ, белегеҙ! Һеҙҙең ҡыҙығыҙ бәпесләргә йыйына! Әйтергә лә уңайһыҙ, өйләнешеүҙәренә ярты йыл, ә ике айлыҡ ауыры бар.
– Ысынлапмы? Ниндәй шатлыҡ! Ура! Беҙ өләсәй-олатай булабыҙ! Һеҙҙе ҡотлайбыҙ! – тип мин үрле-ҡырлы һикереп алдым. – Әйҙә, үтегеҙ, “йыуайыҡ”! Бер шешә өйҙә етештерелгән бальзам бар.
– Һеҙ нимә, мин, самогон эсергә, кем тип уйлайһығыҙ? – тип ҡаты итеп өндәште ҡоҙам. – Мин хәҙер виски ғына ҡулланам! Уныһы ла шотландтыҡы булһа ғына. Ә инде,һеҙҙең ҡыҙығыҙға килгәндә, беҙҙең һеҙгә ҡәтғи талабыбыҙ бар!
– Эйе, ҡоҙағыҙ дөрөҫ әйтә, һеҙҙең ҡыҙығыҙ донъя музыка донъяһының яңы үҫеп килгән даһийының киләсәген тамырынан юҡ итәсәк. Беҙҙең улыбыҙ, оҙаҡламай, ярты йылдан һуң, халыҡ-ара фестивалгә барырға дәғүә итә ине. Һеҙҙең ҡыҙығыҙ уның пландарын юҡҡа сығарасаҡ. Шуға күрә, ҡыҙығыҙ менән һөйләшеп ҡарауығыҙҙы талап итеүҙе урынлы, тип һанайым.
– Борсолмағыҙ! Бер үк борсолмағыҙ! Беҙҙең ҡыҙыбыҙ һеҙҙең улығыҙ алдында өлтөрәп кенә тора. Рәхмәт инде һеҙгә, ҡоҙа, иҫән-һау булығыҙ, ҡоҙағый! Шундай шатлыҡлы хәбәр килтергәнһегеҙ! Хатта ышанғы ла килмәй!
– Ләкин ышанырға тура киләсәк, сөнки ул беҙҙең барлыҡ пландарҙы, уй-ниәтәрҙе юҡҡа сығарыуы ихтимал. Әгәр ошо конкурста еңһә, Булатҡа Страдивариҙың скрипкаһын тотоп ҡарарға ғына рөхсәт итмәйәсәктәр, уйнап ҡарарға ла мөмкинлек бирәсәктәр!
– Ҡайһылай шәп! Ә Страдивари ҡарт үҙе буламы? Үткәнендә ни эшләп килә алманы икән? – тип өндәшеүемә ҡатыным был юлы нығыраҡ төрттө.
– Мин һеҙҙең был мәсьәләне юморға тартыуығыҙға ризаһыҙлығымды белдерәм! – тине ҡоҙам. – Сөнки Страдивариҙың үлгәнен һеҙ белергә тейешһегеҙ!..
– Ғәфү итегеҙ, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам! Ишетмәй ҡалғанмын! Өлкән ҡоҙағый ни хәлдә?
– Уға нимә булһын!? Ул да һеҙҙең һүҙҙе һөйләй, бүләсәрем тыуа, тип ҡыуанып йөрөй, – тип ыңғырашҡандай һөйләнде ҡоҙағыйым. – Һеҙҙең ҡыҙығыҙға әйтергә кәрәк, Булаттың киләсәге хаҡына. Уның яҙмышы һеҙҙең ҡыҙығыҙ ҡулында.
– Бер үк борсолмағыҙ, ҡоҙағый! Һөйләшербеҙ, әйтербеҙ! Беҙҙең ҡыҙыбыҙ тыңлаусан, һүҙебеҙҙе йыҡмаҫ! – тинем мин ышаныс менән.
– Эйе, эйе, ҡыҙығыҙҙы беҙ ҙә яратабыҙ! – тип ҡыуанып китте ҡоҙам. – Тап шуның өсөн килдек тә! Тыңлаусан булыуы, өлкәндәрҙең һүҙен йыҡмауы беҙгә оҡшай! Шуның өсөн, уф, үтенеп һорайбыҙ…
– Эшләрбеҙ, ҡоҙа! Борсолма! Хәҙер беҙ уларҙың икеһен дә күтәреп кенә йөрөтәсәкбеҙ! – тинем мин ҡыуанып. – Әйҙәгеҙ, үҙҙәре янына, баҡсаға барайыҡ.
– Дөрөҫ! Барып төшәйек тә, дүртәүләшеп, хәл итеп ҡайтайыҡ! – тип йөҙө асылып китте ҡоҙағыйҙың. – Улар әле йәш, өлгөрөрҙәр! Ниңә ҡабаланырға?
– Ҡайҙа ҡабаланырға? – тип аптыранды ҡатыным.
– Нисек ҡайҙа? Бала табырға, – тине ҡоҙағый. – Әлегә ҡабаланмаһындар.
– Быны нисек аңларға?
– Нисек бар, шулай аңларға – ҡабаланмаҫҡа, – тине ҡоҙа. – Ҡыҫҡаһы, беҙ һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың бәпесләүен туҡтатып тороуығыҙҙы талап итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Беҙ икебеҙ ҙә ултыра төштөк. Нисек туҡтатырға?
– Юҡ инде! – тине ҡатыным. – Беҙ был көндө ҡырҡ йыл буйына көттөк һәм бер ваҡытта ла баш тартмаясаҡбыҙ! Һәм көтмәгеҙ ҙә!
– Ә беләһеҙеме, мин һеҙгә нимә әйтәм? Һеҙҙең улығыҙ, беҙҙең кейәүебеҙ, ҡыҙыбыҙҙың ире, Булатты әйтәм, ғүмер буйы төҙөлөштә эшләргә, кирбес һалырға, йорттар төҙөргә теләгән. Ә һеҙ уны бала саҡтан скрипкала уйнарға өйрәнергә мәжбүр итеп, йонсотҡанһығыҙ. Ул уҡыуын ташлай, минең бригадаға, кирбес һалырға, эшкә килә, ә киләһе йылға Нефтянойҙың төҙөлөш факультетына ситтән тороп уҡырға инәсәк һәм төҙөлөш буйынса үҙ бизнесын асасаҡ. Ә хәҙер өҫтәлгә рәхим итегеҙ! Сәй эсәбеҙ ҙә, баҡсаға ҡуҙғалабыҙ! Иң тәүҙә балаларҙы ҡотлайбыҙ! Һеҙ Булат кирбес һалып өйрәнгән гаражды күрерһегеҙ.Төшөндөрә белдемме?
Р. Ғәлимов.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
https://henek.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/I-I-I-I-B-PESL-EN-TU-TATIP-TOROU-I-TALAP-IT-BE--Hik-y-417355/
Читайте нас в