Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь 2020, 11:05

Яңы ҡорамал алғандар

Өфө хирургтары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, аҙ уйымлы операциялар яһау өсөн өр-яңы ҡорамал алған. Һуңғы быуын эндопротездары кеше организмындағы төп артерия – аортаны тулыһынса алмаштырыуға һәләтле.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Өфө хирургтары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, аҙ уйымлы операциялар яһау өсөн өр-яңы ҡорамал алған. Һуңғы быуын эндопротездары кеше организмындағы төп артерия – аортаны тулыһынса алмаштырыуға һәләтле.Рентгенхирургтар ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы операцияны янбаштан башлай. Дүрт тишем аша нескә генә көпшә индерәләр. Шуның буйынса организмдың төп артерияһына – аортаға стент-графт еткерелә. Ошо өс компонентлы металл конструкция аневризмалы аорта участкаһын протезларға ярҙам итә. Полистиролдән эшләнгән стент парашют кеүек асыла һәм ҡан тамырына шартларға ирек бирмәй.Эндопротезлау – хәҙерге заманда инновациялы, алдынғы дауалау ысулы. Һәр протез бик үҙенсәлекле, ул һәр кемгә тура килтереп айырым яһала. Элек операциялар ҡорһаҡты ярып яһалған һәм күп ҡан юғалтыуға килтергән.Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһының рентген хирургияһы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары бүлексәһе мөдире Владимир Ишмәтов әйтеүенсә, мөғжизәле технологиялар менән эшләү ҡәнәғәтлек тойғоһо һәм ләззәт тыуҙыра. “Был ҡоралдар шул тиклем уйланылған, сифатлы, операцияларҙы ҡан юғалтмай үткәреүгә булышлыҡ итә. Элек бер-ике литр ҡан юғалтылһа, әлеге осраҡта ни бары 50 миллилитр ғына”, – ти хирург.Табиптарға заманса ангиограф та ярҙамға килгән, уның булышлығында һүрәттәр аныҡ һәм сифатлыраҡ күренә. Хирургтарҙың шәхси дозиметры бар. Һәр операция ваҡытында был приборҙар йотолған радиация миҡдарын иҫәпләй. Табиптар өс ай һайын уларҙы тикшереүгә бирә. Операцияларҙан һуң яра ла, йөй ҙә ҡалмай, пациент тиҙерәк һауыға.
"Башҡортостан" (Д. Арсланова)
Читайте нас в