Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2020, 10:00

Әбйәлилдә - "Үҫеш нөктәһе"

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты төбәктәрҙең мәғариф системаһын камиллаштырыуға, был мөһим өлкәне яңы үҫеш кимәленә сығарыуға ҙур этәргес булды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты төбәктәрҙең мәғариф системаһын камиллаштырыуға, был мөһим өлкәне яңы үҫеш кимәленә сығарыуға ҙур этәргес булды. Әлеге милли проектҡа ярашлы район һәм ҡала мәктәптәрендә кабинеттар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, технопарктар, “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре барлыҡҡа килә.
Былтыр райондың Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында, Ташбулат, Амангилде урта мәктәптәрендә "Үҫеш нөктәләре" эшләй башланы. Күптән түгел һанлы һәм гуманитар профилле мәғариф үҙәктәре Красная Башкирия һәм Сиҙәм урта мәктәптәрендә асылды.
Уҡыусыларр заманса 3D-принтерҙарын, компьютер программаларын үҙләштерә, квадрокоптерҙар менән идара итә, фотокамералар менән эшләргә өйрәнә, шахмат серҙәренә төшөнә, медиа продукциялар булдыра.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.
"Башҡортостан"
Фото: "Осҡон" гәзитенән алынды.
Читайте нас: