Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 11:10

Балалар баҡсаһы асылды

Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты сиктәрендә Яңауыл районында Италмаҫ тигән яңы биҫтә барлыҡҡа килде.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты сиктәрендә Яңауыл районында Италмаҫ тигән яңы биҫтә барлыҡҡа килде.
Бында әлеге көнгә 50 ғаилә йорт туйлаған. Италмаҫта йәшәү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар – үҫешкән инфраструктура, төҙөк биләмә, 60 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы буласаҡ һәм улар барыһы ла биҫтәнең артабанғы үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
“Биҫтәне төҙөкләндереүгә “Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү “ дәүләт программаһында ҡатнашыуыбыҙ ҙа булышлыҡ итә”, - ти район етәкселеге.
Төҙөлөш эштәрен проектлаған саҡта уҡ Италмаҫ биҫтәһендә мәҙәниәт һәм ял паркы планлаштырылған була. Яңы асылған майҙан йәштәрҙең, балаларҙың, оло йәштәгеләрҙең яратып ял иткән урынына әйләнер.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.
Читайте нас: