Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 10:40

Байрам бүләге шәп булды

Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылында заманса йыһазландырылған өр-яңы фельдшер-акушер пункты асылды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылында заманса йыһазландырылған өр-яңы фельдшер-акушер пункты асылды. Ул Рәсәй Президенты Владимр Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлдө.
Яңы бинаның дөйөм майҙаны 92 квадрат метр тәшкил итә. Бында 1176 кеше беренсел медик-санитар ярҙам аласаҡ.
Быйыл районда ошондай биш заманса медицина учреждениеһын сафҡа индереү ҡаралған. Күптән түгел Әбеш һәм Степной ауылдарында яңы ФАП-тар асылды. Йыл аҙағына тиклем Әбүбәкир һәм Атингән ауылы халҡы ла заманса уңайлыҡтары булған медицина учреждениеһына йөрөй аласаҡ.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.
Читайте нас: