Яйыҡ
+5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 16:00

Республикала өс дәүләт комитеты министрлыҡ итеп үҙгәртелде

Башҡортостанда өс дәүләт комитеты министрлыҡ итеп үҙгәртелде. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

Башҡортостанда өс дәүләт комитеты министрлыҡ итеп үҙгәртелде. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты – Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты – Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы итеп үҙгәртелде.
Бынан тыш, Хөкүмәт составына Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Стратегик асыштар үҙәге етәкселәре Хөкүмәт составына индерелде.
«Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә, башҡа проблемаларға ҡарамаҫтан, беҙ үҫеш тураһында уйлайбыҙ. Киләсәккә ҡарарға, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә һәм алға барырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1506470-v-bashkirii-3-goskomiteta-preobrazovany-v-ministerstva-/
Читайте нас: