Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 17:00

Бәләкәй ҡыҙға бәйләнгән

Бер ир социаль селтәрҙә балаларға бәйләнгән.

Бер ир социаль селтәрҙә балаларға бәйләнгән.
Бер ерҙә лә эшләмәгән 31 йәшлек Татарстан кешеһе "Бәйләнештә" социаль селтәрендә Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән 12 йәшлек уҡыусы ҡыҙға бәйләнгән, уға аҙҙырғыс һүҙҙәр ҡулланып хәбәрҙәр яҙған - яҙмала бәлиғ булмағанды сексуаль характерҙа көсләү ғәмәлдәре бар тип квалификациялана. Ярай әле, ир йоратының бындай оятһыҙ ҡылығы фашланған, һәм уны Эске эштәр министрлығына һорау алырға килтергәндәр, граждан үҙ ғәйебен таныған.
Бына ошоноң кеүек хәүефтәр һағалауы мөмкин ғәзиздәребеҙҙе, шуның өсөн ололарға иғтибарлы булырға, төпсөнмәй генә бала менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк, бындай темаға аңлатыу эштәре алып барыу ҙа ҡамасауламаҫ.
Фото: dela.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: