Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 65 яңы осрағы асыҡланған, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Шулай итеп, 14 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, республикала COVID-19 йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 9 467-гә еткән.
Әле 925 кеше дауалана. Стационарҙа – 110 пациент, 815-е сирҙе еңел формала үткәрә һәм өй шарттарында дауалана.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
https://www.bashinform.ru/news/1507278-v-bashkirii-za-sutki-vyyavleno-74-novykh-sluchaev-zarazheniya-koronavirusom/