Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә көнүҙәк темаларҙың береһе – мәктәптә туҡланыу мәсьәләһе ҡаралды. Доклад менән республиканың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев сығыш яһаны.
"Әгәр быға тиклем башланғыс класс уҡыусыларының ун проценты ғына бушлай туҡланһа, быйыл 1 сентябрҙән алып башланғыс кластарҙа уҡыған бар балалар ҙа ошоға хоҡуҡлы, – тине Алексей Гусев. – Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид балалар һәм социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәндәр ҙә бушлай ашай. Уларҙың нисәнсе класта уҡығаны әһәмиәткә эйә түгел. Был яңылыҡ ғаилә бюджетын экономиялау ғына түгел, туҡланыу сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге лә бирҙе.
Дәүләт комитеты Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы белгестәре менән берлектә мәктәптә туҡланыу сифатын даими тикшереп тора. Дөйөм алғанда, сентябрҙә 145 ялыу ҡаралған, ошо иҫәптә социаль селтәрҙәрҙә “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәгәндәре лә бар. Шул уҡ ваҡытта республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, социаль селтәрҙәр аша килгән мөрәжәғәттәр кәмей башлаған.
Ата-әсәләр күтәргән төп проблемалар – бирелгән аҙыҡ-түлектең температураһы, беренсе һәм икенсе сменала меню ассортименты. Шулай уҡ аҙыҡтың тәменә бәйле ялыуҙар ҙа бар. Һәр осраҡ иғтибар менән өйрәнелә һәм, кәрәк булһа, дәүләт комитеты вәкилдәре мәктәпкә бара. Лаборатория тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса, ашамлыҡтарҙың 15 проценты әҙерләү технологияһы йәки ассортиментҡа тура килмәй.
– Мәктәптәрҙә бушлай туҡланыуҙы ойоштороу буйынса башҡарылған эш күләме бик ҙур, тик асыҡланған 15 процент етешһеҙлек тә – етди кире күрһәткес, – тине Радий Хәбиров. – Тикшереүҙәрҙе артабан да дауам итергә кәрәк. Мәктәптә туҡланыу етди контроль һәм яҡшыртыу талап итә.
Төбәк етәксеһе республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына был йәһәттән сифатты контролдә тотоу буйынса ата-әсә комитеттары эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә ҡушты. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәтенә эште яҡшыртыу бурысы йөкмәтелде.
– Ата-әсәнән килгән ялыуҙарҙың яртыһынан күбеһе баш ҡала мәктәптәренә ҡағыла, – тине Радий Хәбиров. – Өфө республика өсөн өлгө булырға тейеш.