Tvil.ru сервисын ҡулланыусылар фекере буйынса, Өфө Рәсәйҙең World Travel Awards абруйлы туристик премияһына лайыҡ булырлыҡ ун ҡалаһы иҫәбенә инде. Һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, туристарҙың күпселеге (40.26%) абруйлы премияны Санкт-Петербургҡа бирер ине. Икенсе урында – Ялта, 13.64%. «Бронза»ны Краснодар крайындағы йыл әйләнәһенә эшләгән курорт алды — Сочи, 11.04%. Шулай уҡ социаль селтәр ҡулланыусылары Ҡазан (10.39%), Севастополь (9.74%), Калининград (7.14%), Мәскәү (3.25%), Геленджик (3.25%), Владивосток (0.65%) һәм Өфө (0.65%) өсөн тауыш бирҙе.