Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 13:09

Наряд – һигеҙ тиҫтәләп һалдат

“Дан приказ ему на запад” – был саҡырылыш егеттәре көнбайышҡа йүнәлтелә, ти

Коронавирус арҡаһында быйылғы яҙғы әрмегә саҡырыу кампанияһы бер айға кисектерелеп, май байрамдарынан һуң ғына йәйелдерелһә, көҙгө призыв ҡәҙимге ваҡытта, 1 октябрь башланды.
Учалы ҡалаһы һәм районының хәрби комиссары Вадим Виноградов вирустан һаҡланыу буйынса бөтә саралар тейешле күләмдә үтәлә, тип белдерҙе. Шуныһы ғына бар инде - ҡурсаланыу талаптарынан сығып ата-әсә йыйылыштары әлегә үткәрелмәй, комиссар граждандарҙы шәхсән рәүештә ҡабул итмәй. Әммә яҙма рәүештә мөрәжәғәт итергә йә телефондан шылтыратырға мөмкин (6-16-44).
Иптәш подполковниктың һүҙенән, көҙгө саҡырылышҡа 80 тирәһе егеткә наряд (план) бирелгән. 12 кешенән торған тәүге партия 19 октябрь көнө Өфөгә йүнәлтеләсәк. Алдағы дәүерҙә беҙҙекеләр башлыса Алыҫ Көнсығышҡа йүнәлтелһә, был тапҡырҙа күберәк илдең көнбайыш, үҙәк төбәктәренә ебәреләсәктәр, ти. Көҙгө призывты иң “белемле саҡырылыш” тиергә лә мөмкиндер, сөнки хәрби бурысты үтәргә барыусылар араһында быйыл колледж-техникум, институт-университет тамамлаусылар күп була торған. Нисек кенә булмаһын, иҫән-һау ғына йөрөп килһендәр!
Шуны ла билдәләйек, донъяла дары еҫе ныҡ аңҡый башлағас, комиссарҙан теүәл белештек: Рәсәй биләмәләрендә әлеге мәл “ҡайнар нөктәләр” бөтөнләй юҡ; сит ил биләмәләренә тик контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрбиҙәрҙең генә ебәрелеүе мөмкин, хатта улар ҙа, баштан теләк белдереп рапорт яҙалар икән. Бына шулай.
Ошо көндәрҙә ойошма, предприятие һәм учреждениеларҙа хәрби иҫәп алып барыу өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр менән район хакимиәтендә кәңәшмә үткәрелде.
Вадим Виноградов, комиссариат хеҙмәткәрҙәре ошо йәһәттә осраған етешһеҙлектәр, яңы талаптар менән ныҡлап таныштырҙылар. Яуаплылыҡ тураһында ла иҫкәртелде. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 21.1 – се статья буйынса, хәрби иҫәп алып барған органға иҫәпкә ҡуйылырға тейеш граждандар тураһында мәғлүмәт бирмәгән өсөн етәксегә, башҡа вазифалы кешеләргә 3 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
Мәҡәләнең тулы варианты – гәзиттә.
Читайте нас: