Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 16:01

Компьютер томографы ҡайтартылған

КОВИД-госпиталь асыла

Район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы тороу буйынса штаб ултырышы үтте.
Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары Арслан Фәйзуллиндың сығышынан мәғлүм булыуынса, апрель айынан бөгөнгө көнгә районыбыҙҙа 186 Covid-19 осрағы асыҡлана. 15 октябргә был диагноз менән 19 яҡташыбыҙ ҡала дауаханаһында амбулатор рәүештә дауалана, 5 пациент – республиканың икенсе медицина учреждениеларында ярҙам ала.
Провизор госпиталдә (инфекция бүлексәһе) 25 кеше “дауахананан тыш пневмония” менән ята, уларҙа коронавирус асыҡланмаған, ти.
Ошо аҙнала акушер корпусы базаһында ковид-госпиталь асыласаҡ, тип белдерҙе район хакимиәте. Хәйер, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса яңы компьютер томографы ҡайтартылған һәм урынлаштырылған. Мәскәүҙән белгес килеп көйләп бирһә, яҡын арала эшкә егеләсәк.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: