Мәсет янындағы тау битендә йәнә урман төтәй. Элгәре көн генә ҡалала һөрөм аңҡый тип яҙғайныҡ. Ул янғынды ПЧ-24, урман хужалығы, “Электр селтәрҙәре”, “Водоконал” предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ике көн буйына ҡаңғырып һүндереүгә, тағын да икенсе урында тоҡанды.
Был көндәрҙә Өргөн, Илтабан лесничестволарында ла ҡау үлән янды.
Ҡабатлап әйтәбеҙ: оҙайлы көҙгө ямғырҙар башланғанға тиклем – урмандарҙа янғын йәһәтенән хәүефле дәүер. Ҡоро үлән-япраҡтарға ут гөлт итеп тоҡанырға ғына тора. Ут менән айырыуса һаҡ булығыҙ, яҡташтар!
Янғын йә башҡа ғәҙәттән тыш хәлгә тап булһағыҙ, шылтыратығыҙ: 112, 2-01-12.