Һеҙҙең үҙегеҙҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыранған мәлдәрегеҙ булғаны бармы? Димдең – бар. Егеттәр, ғәҙәттә, армиянан айҙа булғандай ҡиәфәттә ҡайта. Формаларын сисмәйенсә, бер нисә көн ҡуҡырайып та йөрөйҙәр. Дим дә, моғайын, шулай итер ине... Әммә уға әлеге мәлдә йәне, аҙашҡан мөхәббәтенә үпкәләп, тәнен ташлап сығып киткән төҫлө. Һәм хәҙер егет тәненә йән эҙләй. Әле лә клубҡа әсәһе: “Кит инде был армия тигәндәрен! Улымды бабайға әйләндереп ҡайтарғандар, бар, исмаһам клубҡа сығып елләнеп ҡайт!” – тип орошҡан өсөн генә, берәй йүне килеп сыҡмаҫмы тип аптырап китеп бара. Былай булһа, ятыр ине әле өйҙә телевизорға текәлеп. Армиянан ашҡынып ҡайтыу менәнме ни... ауылда толҡа тапмағас. Нимәгә тотонһа ла эсе боша. Үҙен донъялағы иң бәхетһеҙ, иң яңғыҙаҡ ир итеп хис итә. Әммә, әсәһе әйтмешләй, үҙеңде ваҡытынан алда ерләргә ярамай, нимәлер эшләргә, ниндәйҙер бер ҡарарға килергә кәрәк. Яңғыҙ интеккән әсәһе ауылда ҡалырға өгөтләй ҙә ул... Дим бында йәшәй алырмы? Ситкә китәм тиһә лә, уны кем ҡолас йәйеп көтөп тора тиһең? Армиянан ҡайтҡанына үкенеп тә ҡуя ул. Әллә кире китергәме? Бәлки, иң дөрөҫ юл шулдыр ҙа... Уға хәҙер элекке хыялдарынан, элекке пландарынан арынып, өр-яңынан тормош башларға кәрәк.
Клубҡа етергә күп ҡалманы инде. Төрлө төҫтәге уттары менән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултыра. Бына мәктәпте урап үтһә...
Мәктәп баҡсаһы мөйөшөнән сыҡҡан был һүҙгә егет терт итеп ҡалды. Бер минутҡа ғына туҡталғандай итте лә, атлауын дауам итте. Әммә был аҙымдар ауырлыҡ менән яһалды, әйтерһең, әле генә әйтелгән үҙ исеме аяҡтарына гер булып аҫылды.
Был тауыш эйәһен меңдәр араһынан да айыра егет: Тәслимә ул! Күмер төҫөндәге сем-ҡара күҙле, йылҡылдап торған ҡап-ҡара сәсле был ҡыҙ бынан ике йыл элек кенә уның иң ҡәҙерлеһе ине. Әле иһә уны күргеһе лә, тауышын ишеткеһе лә килмәй. Шулаймы икән? Әллә үҙ-үҙен алдарға, ошо уйҙарға күндерергә генә тырышамы? Бына бит, Тәслимәһенең тауышын ишеткәс, әллә ни эшләне лә ҡуйҙы. Туҡтағыһы, боролғоһо килә. Шул ваҡытта ирлек ғорурлығы быға юл ҡуймай, алға һөйрәй. Теге лә ныҡыш: бөтә ерҙә һағалай Димде. Күрешергә, һөйләшергә сәбәп эҙләй, ә быныһы күҙгә күҙ осрашыуҙан ҡаса. Бесәй-сысҡан уйынын бына ошолай ике аҙналап уйнайҙар инде.
Тәне, йәне менән тартҡылашып барған егет шып туҡтаны. Йөрәге тағы ла нығыраҡ дарҫларға тотондо. Ни эшләргә? Үҙен нисек тоторға? Әллә, шулай ҙа, башын ғорур күтәреп, бар көсөн йыйып ары атларғамы? Һатлыҡ йән менән нимә тип һөйләшеп тормаҡ кәрәк? Ул арала беләгенә Тәслимәнең ҡулы ҡағылыуын тойҙо. Егеттең тәне буйлап ток йүгерҙе. Йөрәге ҡыҫылды, күҙҙәре ҡараңғыланды. “Их, Тәслимә! Ни эшләнең һин!” – тип тештәрен шығырлатып ҡыҫты. Һаман былай һынташ һымаҡ тороп булмай, Дим Тәслимәгә әйләнде:
Бер-береһен күрергә зарыҡҡан, һағыштан алйыр сиккә еткән ҡараштар осрашты. Аһ! Әммә ҡыҙ шунда уҡ башын ситкә борҙо. Шулай ҙа ошо бер генә ҡараш Димдең күңелен ҡуҙғытып ебәрергә етте. Уның биттәре ут булып янды. Мөхәббәт һәм нәфрәт тигәндәре бына нисек була икән! Бер яҡта төн йоҡоларын алған, хыялландырған, һәр сәғәт, һәр минут, юҡ, һәр секунд һайын матур киләсәккә өндәгән, һәр көнөн байрамға әйләндергән... Тәслимә. Икенсе яҡта... Дим армияла саҡта хыянат иткән, хатта кейәүгә сығып өлгөргән, уның бөтөн хыялдарын селпәрәмә килтергән, яҡты көнөн ҡара төнгә әйләндергән, өмөтһөҙлөккә төшөргән шундай таныш, шундай яҡын һәм... ете ят Тәслимә. Егет ошо ике ут араһында тора. Йөрәге Тәслимәне ҡыҫып ҡосаҡлап алырға тартһа, аҡылы хыянатын иҫенә төшөрә. Егет кеше булһа, хәҙер танһығы ҡанғансы, ҡанға туҙҙырғансы туҡмар ине, моғайын. Ҡатын-ҡыҙға ҡул да күтәреп булмай бит һуң. Уның ҡыҫылған йоҙроҡтарында таш булһа онталыр ине, биллаһи...
– Дим, беҙгә барыбер ҡасан да булһа бер һөйләшеп, аңлашып ҡуйырға кәрәк, әйҙә, мәктәп урамына инәйек?..
Белә ҡайҙа көтөргә лә, ҡайҙа саҡырырға, тип һарыуы ҡайнаны Димдең. Ҡасандыр тап мәктәп урамы уларҙың осрашыу урыны була торғайны ҡасандыр. Егет үҙен һалҡын тотто шулай ҙа.
– Нимә, кеше ләститенән ҡурҡаһыңмы? – Дим мыҫҡыллы тауыш менән сырт итеп төкөрөп ҡуйған булды. Үҙе һиҙҙермәй генә Тәслимәне күҙәтте. Үҙгәргән. Ябыҡҡан. Ҡасандыр нур бөркөп торған күҙҙәре һүнеп барған утты хәтерләтә. Һәр ваҡыт тулҡынланып, яурындарына төшөп торған сәсе артҡа йыйылған. Өҫтөндә – джинсы салбар, киң кофта, аяғында – галуш. Үҙ-үҙен бигүк ҡарамай, ахырыһы, илаһи заттан ҡәҙимге ауыл ҡатынына әйләнгән. Уйлап ҡараһаң, әле йәш бит әле, еләк кеүек бешкән генә сағы. Димгә ҡулдарын ең осона йәшереп, ғәйепле балалай башын аҫҡа эйеп торған Тәслимә йәл булып китте. “Улай минең менән осрашыу эҙләр булғас, ниңә генә кейәүгә сығырға ҡабаландың? – тип эстән өҙгөләнде. – Кейәү ҡасып китер тип уйланыңмы? Әллә өлгөрмәҫмен тип ҡурҡтыңмы? 10-сы класты ғына тамамлағайның бит!”
– Ҡурҡам... Һине баянан бирле көтөп торам, өшөп бөттөм.
Харап, холҡо менән тамсы ла үҙгәрмәгән. Һаман да элеккеләй эскерһеҙ, ихлас. Эсендәге – тышында. Дим уны элеккеләй ҡосағына алырға ынтылғайгы ла... күҙ алдына шунда уҡ Мәҡсүт – Тәслимәнең ире, Димдең класташы – килеп баҫты. Һөйгәненә булған йылы тойғолары ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Йөрәге дарҫлауын белде, күҙ алдары ҡараңғыланды. Ике һатлыҡ йән! Тегеһе – аҫтыртын, уҡыған саҡта ла, аҙаҡ, Дим армияға киткәндә лә бер ауыҙ һүҙ өндәшмәне бит әле! Хатта Тәслимәне оҡшатыуы тураһында ым-ишара яһаһасы! Ә быныһы һуң? Армияға: “Яратам. Көтәм. Һарғайып үлермен...” – тип оҙатҡан үҙе түгел инеме ни? Ә аҙаҡ яҙған хаттары? Шул тиклем дә ике йөҙлө кешене күргәне юҡ әлегәсә Димдең. Ниндәй ғәйептәре өсөн үс алмаҡ булды һуң былар? Уйлап-уйлап, барыбер егет башына һыйҙыра алмай. Бәлки, ысынлап та, һөйләшеп, аңлашып ҡуйырға кәрәктер. Әле – Тәслимә менән, ә Мәҡсүт менән аҙағыраҡ, ирҙәрсә...
– Әйҙә? – Шундай итеп әйтте Тәслимә, әйтерһең, бер нәмә лә булмаған, араларында уларҙы мәңгелеккә айырған кәртә тормай, кисә генә айырылышҡандар ҙа, бөгөн килеп осрашҡандар. Наҙлы, илерткес тауыш. Димдең үҙ-үҙенә асыуы килде. Хеҙмәт ваҡытында ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәгәнде, аумаҡай бер ҡыҙ алдында бәлйерәп тора.
– Йә, нимә тураһында һөйләшәбеҙ? – Дим нисек тә Тәслимәнең күңелен ауырттырырға тырышты.
– Дим, зинһар, миңә былай ҙа ҡыйын, ыҙалатма.
– Һа! Уның ҡарауы миңә еңел!.. – Мәҡсүт зәһәр көлә, ә эстән ғүмерҙә булмағанса һыҡтай. Гүйә, Тәслимә менән ятһырап гәпләшеүенә һаман ышанып бөтә алмай.
Тәслимә алйот түгел, хәлен дә, тел төбөн дә аңлап тора.
– Шуның өсөн аңлашайыҡ тим. Унан... бер ҡасан да... бер ҡасан да юлыңда осрамам... Һин йөрөгән һуҡмаҡтарҙы урап үтермен... – Ҡатынҡай һүҙҙәрен өҙөп-өҙөп саҡ әйтеп бөттө. Күҙҙәренән тәгәрәгән күҙ йәштәре тыныс ҡына һөйләшергә ҡамасаулай ине. Быны һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, егеттең күҙ уңынан ысҡына буламы һуң!
– Улай ғына ҡотола алырһыңмы икән? Әллә мин ҡотолормонмо? Һин бит ғүмерлеккә яра һалдың! Бына бында! Мәңгелеккә! Әллә ниндәй һуҡмаҡтарҙан йөрөгәнеңдә лә онотмаҫҡа! – Дим йөрәк тәңгәлен йоҙроғо менән төйгөсләне. – Аңлайһыңмы?
– Сеү, берәйһе ишетеп ҡалыр!
– Ишетһендәр, миңә барыбер. Артыңдан килмәгәнмен әле инәлеп. Хыянатты ла мин яһамағанмын! Һине күргем дә килеп тормай! Һине һәм ҡәҙерле иреңде.
Дим ярһый башлағайны. Күңелендә ике тойғо айҡашты: мөхәббәт һәм нәфрәт. Тәслимәне элекке кеүек үк үлеп ярата... Шул уҡ ваҡытта күрә алмай. Армияла ҡыҙҙар арҡаһында аҫылыныр сиккә еткән егеттәргә ҡарап, иҫәрҙәр, тип көлә торғайны, хәҙер генә аңланы уларҙың хәлен. Ҡасан ғына үҙе лә әжәлгә аҙым яһарға әҙер ине түгелме? Ярай ҙа дуҫтары тотоп ҡалды. Ә, бәлки, тотмаһалар, яҡшыраҡ булмаҫ инеме? Барыһы өсөн дә?
– Һа-һа! Ҡолағым яңылыш ишетәме, әллә һинең аҡылың ысҡына башланымы?
– Ышан, Дим. Шуның өсөн дә барһын да аңлатҡым килә үҙеңә.
– Былай ҙа аңлап торам! – Шулай тиһә лә, Дим Тәслимәнең нәҙек бармаҡтарынан эләктереп алды, мәктәп ҡапҡаһы яғына атланы. Тәслимә артынан күндәм генә эйәрҙе. Бына мәктәп. Таныш та, ят та. Элек һөйгән йөрәктәрҙе шыбыр-шыбыр килеп серләшеп ҡаршы алған, үҙ ҡосаҡтарына йәшергән ағастар бөгөн үпкәләгәндәй шым. Ай, йондоҙҙар фатихаһы менән күпме таңдар аттырған баҡса бөгөн буш, ҡотһоҙ кеүек. Хатта ай ҙа, йондоҙҙар ҙа элеккеләй күҙ ҡыҫып тормай бит! Эх, Тәслимә, ни эшләнең һин! Ана уларҙың эскәмйәһе. Ул да етемһерәгән төҫлө. Егет ҡәҙерле нәмәһен күреп ҡалғандай, йөрәкһеп шунда ынтылды. Әммә Тәслимә уны баҡсаға индермәне, мәктәп артына һөйрәне. Ул яҡта ышығыраҡ шул. Ҡысҡырып һөйләшһәң дә, кемдер ишетер тип шикләнәһе түгел. Шулай инде, Дим ирекле ҡош булһа ла, Тәслимә ир ҡатыны бит әле. Үҙ һүҙен һүҙ итеп, эскәмйәлә туҡтарға булыр ине лә...
– Дим, миңә асыуланаһыңмы?
Мәктәптең һыуыҡ стенаһына һырығып һөйәлгән Тәслимә Димгә текәлде, егет иһә телһеҙ ҡалды.
– Һа... һа... – тип нимә әйтергә белмәне. – Туҡта, Тәслимә? Һин минән ниндәй яуап ишетергә өмөт итәһең? Юҡ, асыуланмайым, ти әйтәйемме ни.
– Ғәфү ит. Уйламайыраҡ әйттем. – Үҙ һорауынан үҙе уңайһыҙланды ҡатын. Ауыр тынлыҡ урынлашты. Икеһе лә һүҙ башлай алмай аҙапланды.
– Нисек хеҙмәт итеп ҡайттың? – Тынлыҡты Тәслимә боҙҙо.
– Күреп тораһың, һинән айырмалы, һүҙемдә торҙом, бик һәйбәт. Сюрпризың өсөн дә рәхмәт. – Дим төрттөрөп алды.
– Дим... Беләм... Мине бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкһең. Үҙемде үҙем күрә алмайым шуның өсөн. Мин һине көттөм...
– Һа-һа-һа! Уф, Тәслимә, һиңә нимә булған ул? Мине бөтөнләй алйотҡа иҫәпләйһеңме әллә? – Димдең мыҫҡыллы көлөүе Тәслимәнең һүҙен бүлде. – Аллаға шөкөр: армия – иҫәрҙәр йорто түгел, аҡылым үҙ урынында. Унан... хәҙер инде минең ғәфү итеүем-итмәүем һиңә кәрәкмәй. Ғөмүмән, минең был донъяла барлығымды бөтөнләй онот!
Ҡатын, күҙ йәштәре аша күҙҙәренә мөлдөрәп ҡарап, егеттең ҡулынан эләктереп алды. Уның эҫе усын тойоуға егеттең тәне зымбырланы. Шул йомшарттымы, әллә Тәслимәнең шул тиклем дә бәхетһеҙ һын-ҡиәфәтеме:
– Йә-йә, һөйлә... Әйҙә һөйләшәйек, – тип тыңларға әҙер икәнен белдерҙе.
– Ошо көндө еткерә алмаҫмын тип уйлағайным, шөкөр, имен-аман йәшәй алдым. Шуға күңелем тыныс хәҙер. Мин һине генә яраттым, яратам һәм һиңә генә тоғро булып үләсәкмен...
Дим ҡыҙға сәйерһенеп ҡараны: нимә ләпелдәй был?
– Юҡты һөйләмәсе, Тәслимә! Мине яратһаң, мин китеү менән икенсенең ҡосағына суммаҫ инең бит! – Дим инде мөмкин тиклем тынысыраҡ өндәште. Уның ошолай кәмһенеп тороуын һис өнәп еткерә алманы. Ғорур ҡыҙыҡай була торғайны ла баһа?
– Юҡты һөйләмәйем мин, Дим. Һин – минең берҙән-берем.
– Ә Мәҡсүт... Ул... ул көсләп алды...
– Нимә-ә-ә? – Димдең күҙҙәре шарҙай булды.
– Ну-ка, ну-ка! Барыһын да баштан, яйлап ҡына...
Юҡ, был Тәслимә менән ниҙер булған барыбер – нисек Дим Мәҡсүтте – үҙенең класташын белмәһен! Хәҙер инде Тәслимәнең дөрөҫ һөйләренә шикләнә лә башланы. Шулай ҙа, нимә генә һөйләһә лә, тыңларға тура килә, башҡаса сара юҡ.
– Иҫләйһеңме, ул гел һинән көнләшеп йәшәне? Һинең буй-һыныңдан, һинең уңыштарыңдан? Һинең һөйгән ҡыҙыңдан, йәғни минән...
Быларҙың барыһы ла хәтерендә Димдең. Мәҡсүт менән улар балалар баҡсаһына йөрөгәндән яҡшы дуҫтар булды. Башланғыс класта ла. Дим уны гел яҡлашып, үҙе янында ғына йөрөттө. Әммә аҙаҡ, үҫә килә, танауҙарына еҫ керә башлауға аралары һыуынды, бер-береһенән әкренләп ситләштеләр. Мәҡсүт күҙенең ҡылыйлығынан уңайһыҙланыпмы, баҫылды, һөйләшмәҫкә әйләнде. Ә Дим, киреһенсә, бөтөн сараның уртаһында йөрөнө, тырышты, маҡсаттарына өлгәште. Мәҡсүттең унан көнләшеүен күреп-һиҙеп йөрөнө, әммә ни хәл итәһең? Дим үҙенсә йәшәй бирҙе.
– Ул әле лә көнләшә. Уның ни тиклем ҡара эсле булыуын белһәң икән һин! Иҫ киткес! Ә мине ҡанса ғүмер һине мыҫҡыллап ыҙалатыуҙары? Һөйләй башлаһаң, сәстәрең үрә торор... Шул тиклем күрә алмайым мин уны! Хәлемдән килһә, бөгөндән быуып ҡына үлтерер инем. Әле... һин ҡайтҡас, миңә бөтөнләй көн бөттө. Эт урынына йөрөтөп туҡманы бөгөн дә. Ул йоҡлап киткәс... шым ғына сығып ҡастым... – Тәслимә күҙ йәштәренә быуыла-быуыла һөйләне лә һөйләне. Дим күҙҙәрен алыҫтағы бер нөктәгә төбәгән килеш бүлдермәй тыңланы. Ниҙер әйтергә ни теле әйләнмәне, ни зиһененә тәғәйен фекер килмәне.
– Беләһең, уҡырға инә алмағас, фермаға быҙау ҡарарға урынлашҡайным. Уныһы ауылдан ситтә ята. Минең ҡайтҡанды... шунда көтөп торған... Ҡаршылаштым, әммә... хәлем етмәне. Аҡырҙым, ҡысҡырҙым – береһе бер ишетмәне...
Димдең тыңлап бөтөргә көсө етмәне. Тәслимәнең ҡулын йән көсөнә алып ташланы ла, һикереп торҙо.
– Үлтерәм хәҙер ул этте! – Үҙендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс тойҙо. Кәрәкһә, тауҙар аҡтарып ташлар ине егетең был мәлдә.
– Дим, зинһар, ҡыҙма, тыңлап бөт, – ҡурҡынған Тәслимә уның муйынына һарылды. – Шул әшәкегә ҡулыңды бысратма. Һөйгәненең эҫе тынын тойоуҙанмы, бер аҙҙан Дим Тәслимәнең иҫкәртеүенә буйһоноп, тынысланғандай булды.
– Һөйлә! Мин барыһын да белергә тейешмен! – тип бойорҙо.
– Ни эшләргә лә белмәнем шул мәлдә. Ғәрлегемдән элмәк әҙерләгәйнем, алып ҡалдылар. Дарыуҙар йоттом, йәнә үлергә бирмәнеләр. Күрәһең, ғүмерем бөтмәгән булғандыр. Беҙҙең туралағы хәбәр бөтөн ауылға таралды. Белмәйем, кемеһе һөйләп сығарғандыр... Моғайын, үҙелер... Шул төндән һуң көн дә килде беҙгә. Инәлде, ялбарҙы. Әсәйемдәр алдында йығылып ғәфү үтенде, яратам, тип ышандырҙы барыһын да. Аҙаҡ, һаман уға сығырға риза булмағас, барыһын да һиңә яҙам, тип ҡурҡыта башланы. Ахырҙа, уйланым-уйланым да, һин барыбер ғәфү итмәйәсәкһең тип, ризалаштым. Күндерҙеләр күмәкләп. Аҙаҡ ҡына, иҫ-аҡылыма килә башлағас ҡына, ниндәй хата яһауымды аңланым. Һуң ине инде. Барыбер аңлар инең мине, эйе бит?
– Иҫәр һин! Ниңә шул ваҡытта барыһын да миңә яҙманың?
– Ғәрләнмәйсә... нимә тип яҙайым? Туғандарыңдан да әҙ ғәйбәт ишеткән тип беләһеңме әллә? Барыһы ла йөҙ борҙо бит...
– Их! – Дим йоҙроҡлап йән көсөнә стенаға һуҡты. Ҡулы йәнселеп, ҡан һарҡты. Ләкин Дим ауыртыу һиҙеүҙән үткәйне инде, иламһырап, стенаны туҡмауын белде. Бер аҙ шулай ярһыуын кәметеп алғас, Тәслимәне ҡосаҡлап, үҙ ғүмерендә тәүге тапҡырҙыр, күҙ йәштәренә тулыһынса ирек бирҙе.
– Мәҡсүт мине бөтөнләй яратмай. Яратмаған да... – Тәслимә һүҙен дауам итте. – Ғөмүмән, берәйһен ярата беләме икән һуң? Йыртҡыс ул. Әйләнә лә кинәнеп: “Бына хәҙер Димең ҡуҡырайып йөрөп ҡараһын! Кикереген шәп шиңдерҙем, ә!” – тип маһая. “Бына һиңә Дим өсөн!| – тип һамаҡлай-һамаҡлай һуға. Уф, ҡуй, иҫләмәйем әле шул этте.
Димдең күҙ алдынан һирәк сәсле, ҡолға кеүек оҙон буйлы, ҡарға танауылай кәкре танаулы, эре тештәрен ыржайтып көлөп торған ҡылый күҙ китмәне. Әйтәм, бар донъяға үсле йөрөнө гелән. Баҡтиһәң, көнсөллөгө бәхетле булырға ирек бирмәгән икән. “Көсләне... таланы...” Димдең ҡолағында хәтәр һүҙҙәр ҡабат яңғырап китте. Тәслимә егеттең ҡосағына бесәй балаһылай ғына һыйынып ултырған да, ҡатып ҡалған. Аҙмы-күпме тынысланғайны ул.
– Дим, бел: күңелем менән тамсы ла хыянат итмәнем һиңә. Тәнем менән дә. Мәҡсүттән дә күберәген “эргәһенә ятмайым” тигән өсөн туҡмалам. Һине күрер көндө генә көттөм. Түҙҙем. Хәҙер инде бар тормошомдо үҙгәртәсәкмен. Алла бирһә, ҡайтам, йыуынам, ятып йоҡлайым – иртәгә бөтөнләй икенсе донъя буласаҡ...
Тәслимә, һуңғы тапҡыр күргәндәй, Димгә тултырып ҡараны. Йылмайҙы. Һаҡ ҡына башынан һыйпаны, сикәһендә йылтырап торған күҙ йәштәрен һөрттө.
– Мин шул тиклем бәхетле бөгөн, – тип бышылданы. Дим әле ишеткәндәрен һаман башына һыйҙырып бөтә алмай, шаңҡыған килеш ултыра бирҙе. – Рәхмәт әлеге төн өсөн, минең менән осрашыуың, мине тыңлауың, аңлауың һәм ғәфү итеүең өсөн. Миңә ошо ғына кәрәк ине. Ә хәҙер... миңә ҡайтырға кәрәк. Һау бул, ҡәҙерлем.
Тәслимә урынынан ҡалҡына башлағас ҡына иҫенә килгәндәй булды.
– Тәслимә, туҡтап тор, һөйләшеп бөтмәнек тәһә.
– Юҡ, ҡайтам. Мине өйҙә абышҡам көтә. Ул уянмаҫ борон ҡайтып ята һалайым.
– Мин дә һинең менән барам. Ауыҙ-моронон туҙҙырам да һине алып ҡайтам. Бер минут та тормаясаҡһың шул ҡәбәхәт янында.
– Юҡ-юҡ. Бөгөн түгел. Иртәгә килерһең. Иртәгә барыһы ла яҡшы буласаҡ. Хуш, һау бул.
Тәслимә Димдең маңлайынан үпте лә, ҡапҡаға ҡарай йүгерҙе. Дим иһә иҫәңгерәп ултырған килеш ҡалды. Әле генә булып уҙғандар төш кенә кеүек. Әллә ысынлап та төш күрҙеме? Төн... Шылҡ иткән дә тауыш юҡ. Ашыҡмай ғына клубҡа китеп бара ине. “Дим” тигән тауыш бәғерҙәрен өттө. Тәслимә. Ҡот осҡос хәбәр. Күҙ алдында – Мәҡсүт, тағы ла Мәҡсүт...
Мәктәп урамынан сыҡҡас, Димде аяҡтары сәмәй һатылған йортҡа тартты. Ишекте астырғанын, бер ярты һатып алғанын, уны эсә-эсә клуб яғына ыңғайлағанын яҙа-йоҙа ғына иҫләй Дим, сөнки зиһене бөтөнләй шаңҡытҡыс уйҙар менән томаланғайны.
Клубта дискотеканың ҡыҙған мәле. Саң, төтөн араһында берәйһен танырмын тимә. Ҡыҙҙар музыка ыңғайына үҙҙәренсә былғанлай. Егеттәр мөйөшкә, ҡараңғылыҡҡа сумған. “Яғыулыҡ” өҫтәп алған батырҙары ғына уртала шәплектәрен күрһәтеп маташа. Тәүҙә Димгә иғтибар иткән кеше лә булманы: һәр береһенең үҙ ғәме, үҙ моңо. Ә егеттең хәле ҡыҙыл сепрәк күреп ҡоторған үгеҙҙеке кеүек: асыуы ташҡын булып тышҡа урғыла.
– Нимә, бейейһегеҙме? Күңел асаһығыҙмы? – тип, күкрәктәрен киреп, түңәрәк уртаһына уҡ сығып баҫты Дим.
– Ниңә улай оҙаҡланың? Әйҙә бейергә! Етеҙерәк, етеҙерәк!
Һәр кем мөнәсәбәтен үҙенсә белдерергә ашыҡты. Сыр-сыу килеп, үҙен ҡыҙҙар уратып алды.
– Йә, һалығыҙ! Минең эскем килә! Кемдә рүмкә бар? – Эсеп иҫереүҙән дә бигерәк бая ишеткән хәбәрҙән әҫәрләнгән дыуамал Дим түңәрәк уртаһында сайҡалды. Шул арала запаслы егет һәм ҡыҙҙарҙың эсемлеге лә, закускаһы ла, бүтәне лә табылды. Клуб эсе умарта кеүек геүләргә тотондо. Егет әтәс кеүек һаман түңәрәк уртаһында ҡайнаны. Үҙ алдына һөйләнде, шыңшып та алды, кемдер менән сәкәләшергә лә маташты, тик егеттәр, тәрәнгә ебәрмәй, шунда уҡ айыра һалды.
– Минең кем икәнде белмәйһегеҙ әле! Иртәгә ишетерһегеҙ ағайығыҙ тураһында! Юҡһа, мине аяҡ сепрәге итергә уйлаған берәүҙәр...
Кемдер уны йөпләп, ҡыҙыҡ итте, кемеһелер тыйырға маташты, өйөнә ҡайтырға кәңәш итеүселәр ҙә табылды. Әммә егет береһенә лә иғтибар итмәне, тилебәрән ашағандай, шайтан кеүек былағайланыуын белде.
– Дим ағай, ваҡыт һуң, һеҙгә ҡайтырға кәрәк...
Тыныс ҡына өндәшеү ток һуҡҡандай тәьҫир итте. Ҡотороноп бейеп йөрөгән еренән туҡтап ҡалды был. Алдында сәсен ерәнгә буяған бер ҡыҙ баҫып тора. “Һеҙ” ти, етмәһә.
– Һин кем? Бәй, һине белмәйем...
– Нәсимә ул. Мәҡсүт класташыңдың һеңлеһе... – Бейеп йөрөүселәрҙең ҡайһыһылыр әйтте был һүҙҙәрҙе.
Стоп! Мәҡсүт? Класташ? Һеңлеһе? Мәҡсүттең сикәһенә сәпәнеләрме ни. Димдең үҙенә тексәйеп тороуынан уңайһыҙланыпмы,
– Һеҙгә ҡайтырға кәрәк, Дим ағай, әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе оҙатып ҡуям, – Ерәнсәс оялып ҡына өндәште лә, шунда уҡ башын аҫҡа эйҙе. Тирә-яҡтан:
– О-О, Нәсимә! Давай-давай!
– Ну, Нәсимә, хәт-тәр! Һинән бындайҙы көтмәгәйнем.
– Тымыҡ күлгә шайтан оялай шул...
– Да, ҡыйыу ғына икәнһең дә баһа!
– Дим, шундай һылыу саҡырып торғас, ҡайтаһыңдыр... – тиеүҙәр, тел шартлатыуҙар ишетелде.
Дим уларҙы тыңламаны ла, ҡолағына йәнә Мәҡсүт килеп эленгәйне, барыһы ла өр-яңынан иҫенә төштө. Мәҡсүттең һеңлеһе тиген, ә?.. Бер туғаны, тимәк, яҡын, ҡәҙерле кешеһе. Димгә лә Тәслимә ҡәҙерле ине бит. Егеттең башынан мең уй үтте. Ул арала уларҙы эткесләп-төрткөсләп клубтан сығарып ебәрҙеләр.
– Ҡара уны, Нәсимә, тура өйөнә оҙатып ҡуй! Иртәгә тикшерәбеҙ, – тип мәрәкәләшеп ҡалдылар.
Мыңғыр-мыңғыр һөйләнгән Дим эргәһендә Нәсимә шым ғына барҙы. Күпмелер атлай биреүгә егет айныға башланы. Һәи тле нимә һөйләгәнен ҡолағы ишетер хәлгә килде.
– Бына ҡайтып та еттегеҙ, Дим ағай. Тыныс йоҡо. – Димдәрҙең өйҙәре тәңгәленә еткәс, Нәсимә боролоп китергә иткәйне лә, егет һә тигәнсе уны ҡулынан эләктереп алды.
– Туҡта инде, Нәсимә, мин бит ҡурҡам
– Ҡурҡаһығыҙ? – Нәсимә ышаныр-ышанмаҫ уға ҡараны. Әзмәүерҙәй егеттән бындай һүҙ ишетеүе мәҙәк тойолдо ахырыһы, сыңғырлатып көлөп ҡуйҙы. – Нимәнән?
– Әсәйемдән, – тип яуаплыны Дим шым ғына, оло сер сискәндәй. – Минең эскәнемде һиҙһә, аяғымдан аҫып ҡуясаҡ.
– Мин ни эшләйем икән һуң?
– Минең менән әҙерәк тор. Өлгөрөрһөң – ҡайтырһың.
– Ярай һуң. – Ҡыҙ күндәм генә ризалашты.
– Әҙ генә йөрөштөрөп киләйекме? Атлаһам, тиҙерәк айнығам мин!
Быйыл унынсыны ғына тамамлаған ҡыҙ балаларса ышаныс менән Димгә йәнәш атланы. Ә тегеһенең башында үҙ ғәме: был бит Мәҡсүттең һеңлеһе. Ҡан туғаны. Ә ул Тәслимәне мыҫҡыл итте, Тәслимәнең генә түгел, Димдең дә намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапаны. Мәҡсүт... Класташ... Мәҡсүт... Бик уңайлы осраҡ түгелме һуң? Ҡыҙ үҙе килеп ҡапты лаһа ҡармаҡҡа? Үҙе теләп, көсләшеп эйәрҙе.
Нәсимә көлә-көлә нимәләрҙер һөйләне, һорауҙар бирҙе. Егет уның ярты һүҙен аңланы, ҡалғаны бер ҡолағынан инде лә икенсеһенән сыҡты. Күҙ алдары томаланды. Тәне тартышты. “Эләгеп йығылма, ҡараңғы, бер нәмә күренмәй”, – тигән булып, Нәсимәне ҡултыҡлатып алды. Әле, ауыҙындағы емен төшөрөп ебәрергә ҡурҡҡан ҡоштай, бармаҡтарынан эләктереп, ҡыҫып тотоп алды. Ҡыҙ ауыртыуҙанмы, уның был ҡылығын көтмәгәндәнме, ҡулын бер аҙ тартып ҡуйҙы, әммә нәҙек, һалҡын бармаҡтары Димдең яҫы, көрәктәй усында йомолоп ҡалды. Башында шик-шөбһә юҡ. Йәш шул әле, тормош юлына яңы аяҡ баҫа ғына бит әле. Курҡа ла белмәй, бөтөн нәмәгә эскерһеҙ. Тағы бер нисә минуттан уны ниҙәр көткәнен башына индереп тә сығармай.
Дим, йәш саҡта ошонда йөрөргә ярата торғайныҡ тип, уны Һаҡмар буйына әйҙәне. Ҡыҙ, уға ярҙам итәмдер тигән ниәт менән, артынан эйәрҙе. Ул хатта Димгә иптәш була алыуы өсөн шат кеүек. Барған һайын Димдең йөрәге йышыраҡ типте. Йөрәк тибеүен ишетеп ҡалмаһын тип, хатта Нәсимәнең ҡулын күкрәк тәңгәленән төшөрөп, етәкләп алды. Башы нығыраҡ шауланы, күҙҙәренә ҡан һауҙы. Түҙмәне, ҡыҙҙы ҡапыл ҡыҫып ҡосаҡлап алды ла, ирендәренә үрелде. Нәсимә уны-быны аңларға өлгөргәнсе, ергә ҡолата һалғайны. Ҡыҙ тәүҙә уның был ҡыланышын шаяртыу тип ҡабул итте, ахырыһы, тартҡылашһа ла, шырҡ-шырҡ көлдө. Әммә егет уның кейемдәрен һәрмәкләй башлағас, эштең ҡайҙа барыуын аңланы. Димдең күҙ алдында Тәслимә менән Мәҡсүт кенә торҙо. Башын бер туҡтауһыҙ ”Мәҡсүт тә Тәслимә менән тап ошолай ҡыланған...” тигән боҙоҡ уй сүкене. Ҡоҙғон тырнағына эләккән йәнлектәй, Нәсимә көсһөҙ ҡулдары менән бар хәленсә тартышты, намыҫы өсөн көрәште. Уның инәлеү, ялбарыу һүҙҙәрен ишетмәне лә Дим. Ҡолағында фәҡәт: “Мәҡсүт мине...” – тигән тауыш ҡына торҙо. Бер мәлгә уларҙың ҡараштары тап булды. Шарҙай асылған күҙҙәр, үҙҙәренән субырлап йәш аға. Аҡылына килер, тигән өмөт тә, рәнйеү ҙә сағылып ҡала. Бахыр бала әле һаман Димдең шулай хайуандарса ҡыланыуына ышанып бөтә алмай һымаҡ. Был күҙҙәр шул арала Тәслимәнекенә әйләнде. Инәлеп, ялбарып ҡарай улар. “Аһ, Тәслимә!” – тип йән әсеүе менән өндәште лә, ҡыҙҙы бар көсөнә этеп ебәрҙе Дим. Үҙе һикереп тороп, ситкә китте, башын тотоп ултырҙы. “Нимә эшләйем мин? Ниңә улай ҡыланам? Алйот! Уның ни ғәйебе? Шәп булғасың, ана, барып, Мәҡсүттең үҙенән үсеңде ал!” – тип битәрләне үҙен-үҙе. Ярай әле ваҡытында аҡылына килде. Хәйер, аҡылы бармы икән? Булһа, был хәлгә килеп етмәҫ ине.
Ҡото алынған ҡыҙ, ғәрлегенән дә, рәнйеп тә, ятҡан ерендә үкһеп илай. Тирә-йүн яҡтыра башлағайны инде. Кешеләрҙең ҡайғыһында тәбиғәттең эше юҡ. Ана бит, ҡыуаҡлыҡта сутылдап ҡоштар һайрай. Сылтыр-сылтыр йырлап йылға аға. Иркәләп ел иҫә. Йомғаҡ кеүек йомарланып, бәхетһеҙ, ташландыҡ ҡиәфәттә ятҡан Нәсимәне егет сикһеҙ йәлләне. Бына бит, бер ғйепһеҙгә ни эшләй яҙҙы! Кит, Дим, шул хәлгә төштөңме ни? Үҙен битәрләй-битәрләй, тәнтерәкләп ҡыҙ янына килеп тубыҡланды.
– Ғәфү ит, Нәсимә, зинһар. Үҙем менән нимә булғанын аңламай ҙа ҡалдым.
Һаҡ ҡына ҡыҙҙың яланғас беләгенә ҡағылыуға, тегеһе ытырғанып ҡулын тартып алды.
– Ҡағылма миңә! Мин һине, Дим ағай, йүнле әҙәмдер тип уйлай торғайным. Бәләкәй генә сағымдан һиңә ғашиҡ булып үҫтем. Ә һин бер нәмәң менән дә ағайымдан артыҡ түгелһең икән! Еңгәйемдән, һеҙҙең мөхәббәтегеҙҙән гел көнләшә торғайным, хәҙер йәлләйем мин еңгәйемде. Ул бит һине үлеп ярата. Миңә икегеҙ ҙә шул тиклем йәлһегеҙ. Ағайымды, туғаным булһа ла, шул ваҡыттағы ҡыланышы өсөн генә күрә алмай инем, хәҙер килеп һин дә... Әллә егеттәрҙең бөтөнөһө лә шулай хайуан буламы?
Егет ни өсөн шулай ҡыланғанын аңлатырға тип ауыҙын асҡан еренән кире япты. Ниңә? Уның аҡланыуынан Димгә йә Нәсимәгә еңел булып китәме ни? Алама булғас, әйҙә, алама булып ҡалһын. Бер ни өндәшмәй генә тыңланы рәнйеү һүҙҙәрен Дим. Һөйләһен әйҙә, күңелендә бер көйөк тә ҡалдырмаһын.
Нәсимә ҡайтып еткәнсе башын аҫҡа эйгән килеш, үҙ уйҙарына сумып, шым ғына атланы. Дим, һаҡсыһы кеүек, уның артынан эйәрҙе. Әллә ниндәй төн булды. Тәслимәнең һағалап тороуы, шаҡ ҡатырғыс хәбәре... Ул бит инде һөйгәненең икенсенеке икәненә күнә лә башлағайны. Күрешкәс, бигерәк тә Мәҡсүт тураһында барыһын да белгәс, аҡылын юйҙы. Тап шул мәлдә, үс иткәндәй, был Нәсимәһенең осрауы! Алдан уйлаһаң да былай тура ғына килеп тормаҫ ине. Инде хәҙер ни эшләргә? Тәслимәһеҙ йәшәй алмаясаҡ ул, шуны ғына белә. Тимәк, мөхәббәте, бәхете өсөн көрәшергә.
Оло юлға сығыуға, тынлыҡты боҙоп, уларҙы “тиҙ ярҙам” машинаһы үтеп китте. Былай ҙа йөрәкһеп килгән Димдең күңеле әллә ни эшләп китте. “Хәйерһеҙ төн әллә тағы миңә берәй нәмә әҙерләп ҡуйҙымы?” тип тә уйлап ҡуйҙы. Нәсимә аҙымдарын тиҙләткәс, ул да шәберәк атланы. Тиҙ ярҙам Тәслимәләр алдында ине. Димдең өҫтөнә эҫе һыу һиптеләрме ни. “Тәслимә!” тигән уй мейеһен ярып үтте уның. Бая әллә ниңә ҡайтарып ебәрҙе үҙен. Их, алйот! Дим арҡаһында үҙе менән берәй нәмә эшләй ҡалһа, ғүмерҙә лә ғәфү итмәйәсәк.
Бер-бер артлы атлаған Дим менән Нәсимә аҙымдарын тағы ла нығыраҡ шәбәйтте. Улар килеп етеүгә носилка менән ике кешене алып сыҡтылар. Уларҙың береһе – Мәҡсүт, икенсеһе Тәслимә ине! Дим үҙен-үҙе белештермәй Тәслимәгә атылды. Был мәлдә ул һөйгәненең уфтанышып баҫып торған ҡәйнә-ҡайныһына ла, күршеләренә лә иғтибар итмәне.
– Тәслимә, ҡәҙерлем, ни эшләнең һин? – Уның сәйер йылмайыу ятҡан ап-аҡ йөҙөнә, күгәргән ирендәренә, ғазапланып ҡыҫылған күҙҙәренә ҡарап, табиптарға әйләнде. – Ни булған уның менән?
– Нимә, нимә! Газдары һүнеп торған! Хәлдәре насар, үҙең күреп тораһың.
Тимәк... Тимәк... Тәслимә бая уның менән хушлашырға килгән булған. Хушлашырға һәм... Йә, Хоҙай!... үҙҙәренә ҡул һалырға! Шул ваҡытта уҡ аңларға тейеш булған бит Дим! Ә ул, иҫәр, үҙен генә йәлләгән.
– Йәшәрме? Үлмәҫме? Әйтегеҙ, зинһар! Үтенәм!
– Ҡатын йәшәр, ә ир кеше... белмәйем... уның йәшәре икеле...
Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә ауырыуҙарҙы оҙатып сыҡҡандарҙың кемеһелер һыңҡылдап илап ебәрҙе, кемдер “уй, Аллам, Хоҙайым күрһәтмәһен”, тип туғандарына именлек теләне, уфылдаштылар, һыҡташтылар. Сит-ят ирҙең ошолай ҡыланыуы, машинаға ултырып, Тәслимәне ҡосаҡлап, илай-илай оҙатырға китеүе халыҡтың күҙенән ситтә ҡалманы, бер Нәсимәне генә аптыратманы. Әле генә булып уҙған ваҡиғаның кем һәм нимә өсөн була яҙғанын аңланы шикелле ҡыҙ. “Бына был мөхәббәт”, – тип, ҡыҙыл тәреле “тиҙ ярҙам” күҙҙән юғалғансы ҡарап тора бирҙе.