Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 17:55

Ҡар ҡатыш ямғыр

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте.

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп, талғын. Ҡайһы бер райондарҙа көслөрәк иҫеүе мөмкин.
Һауа температураһы төндә 4-9 градус йылы, төньяҡта -1-гә тиклем. Көндөҙ 7-12 градус, көньяҡта һауа 17 градусҡаса йылына.
Йәкшәмбе урыны менә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, төндә ҡар ҡатыш. Ел көнбайыштан, йүнәлешен көньяҡҡа үҙгәртеп, талғын.
Һауа температураһы төндә -1-6 градус, көндөҙ 8-13 градус йылы була.
https://www.bashinform.ru/news/1508296-sinoptiki-bashkirii-soobshchili-prognoz-pogody-na-vykhodnye-/
Читайте нас: