Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 11:15

«КрАЗ» автомобиле түңкәрелде

Яҡташыбыҙ һәләк булды

БР буйынса дәүләт хеҙмәт инспекцияһы төбәгебеҙҙәге фажиғәне тикшерә башланы тип хәбәр ителде.
Районыбыҙҙың төньяҡ тарафында эш иткән “Алтын яр” тау сәнәғәте компанияһында хвостохранилище (эшкәртелгән тау тоҡомо өйөмө) дамбаһына ер ташыған «КрАЗ» автомобиле нишләптер соҡорға ҡолай. Водитель – 57 йәшлек ир һәләк була, ти. Мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Сәфәр айы бара шул, өҫтәүенә октябрь айының хәйерһеҙ 13-сө көнөндә була был хәл. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: