Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 17:55

Рәсәйҙә 12 мең һумлыҡ ковидҡа ҡаршы препарат йәшәү өсөн мөһимдәр исемлегенә индерелде

Рәсәй хөкүмәте фавипиравирҙы йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә индерҙе.

Рәсәй хөкүмәте фавипиравирҙы йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә индерҙе. Тимәк, дәүләт уның хаҡын көйләй, ул аҙыраҡ арзанайырға тейеш.
Яңы коронавирус инфекцияһын дауалауҙа ҡулланылған фавипиравир нигеҙендә асыҡ һатыуҙа ла булған өс дарыу сығарыла. Улар — «Авифавир» (8 мең һум самаһы), «Арепливир» (12 мең һумдан ашыу) һәм «Коронавир» (12 мең һумға яҡын). Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт менән һөйләшеп килешкәс, уларҙың хаҡы төшөргә тейеш, тик артыҡ ныҡ түгелдер, тип иҫәпләй фармакология баҙарында ҡатнашыусылар.
Ошондай хаҡ менән фавипиравирҙың файҙалы булыуы раҫланмаған. The Bell препараттың 2014 йылда Японияла грипты дауалау өсөн әҙерләнгәнен, биш йылдан һуң уның аналогтарын сығарыу рөхсәт ителгәнен хәтергә төшөрә. Яҙ көнө Японияла уны ковидҡа ҡаршы дарыу итеп һынап ҡаранылар, ләкин уның яҡшы һөҙөмтәләр бирмәүен танынылар. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә өс фармакология компанияһы, фавипиравир сирлеләрҙең хәлен тиҙерәк яҡшыртырға мөмкинлек бирә тип иҫәпләп, уны сығарырға ҡарар итте.
https://www.bashinform.ru/news/1508111-v-rossii-antikovidnyy-preparat-za-12-tys-rub-vklyuchili-v-perechen-zhiznenno-neobkhodimykh/
Читайте нас: