Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 18:30

Уларға бары 18 йәш ине...

Баш ҡалала йәштәргә бәйле ҡот осҡос ваҡиға теркәлгән

Баш ҡалала йәштәргә бәйле ҡот осҡос ваҡиға теркәлгән: 14 октябрҙә Сипайлово биҫтәһендәге ер аҫты гараждарының береһендә 18 йәшлек ҡыҙ менән егеттең кәүҙәләре табылған.
Йәш парҙы быға тиклем яҡындары бер тәүлеккә яҡын эҙләгәне мәғлүм. Улар эҙһеҙ юғалған, телефон шылтыратыуҙарына яуап бирмәгән. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы UfacityNews.ru сығанағына һылтанып хәбәр итә.
Таныштары әйтеүенсә, йәштәрҙе һуңғы тапҡыр “Ирәмәл” сауҙа үҙәгендә күргәндәр. Яҡындары Альфред менән Руфинаны баш ҡаланың Яр буйы урамынан йыраҡ түгел 136-сы лицей эргәһендәге ер аҫты гаражында табыуҙарын хәбәр иткән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ер аҫты гаражының ишеген асып ебәргәс, ҡот осҡос күренеш күҙгә ташланған: егет йән биргән, ә ҡыҙ үтә ауыр хәлдә булған.
Фажиғәнең төп сәбәптәренең береһе тип йәштәрҙең гаражда һөрөм еҫенән ағыуланыу ихтималлығын белдерәләр. Әлеге ваҡытта аяныслы хәлдең үҙенсәлектәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тикшерә.
Фото: ufacitynews.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ular-a-bari-18-y-sh-ine-500951/
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: