Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2020, 15:30

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет.– Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй, улым. Ярата белмәйҙәр.Бәләкәй Бәхет уйға ҡалған. “Ҙураям да кешеләргә ярҙам итә башлайым!” – тип ҡуйған унан.

Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет.– Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй, улым. Ярата белмәйҙәр.Бәләкәй Бәхет уйға ҡалған. “Ҙураям да кешеләргә ярҙам итә башлайым!” – тип ҡуйған унан.
Йылдар үткән. Буй еткергән Бәхет кешеләргә ихлас күңелдән ярҙам итә башлаған. Ә улары быны ишетергә, тойорға теләмәй икән.Ахырҙа Бәхет шиңә башлаған. Бөтөнләй юғалыуҙан ҡурҡып, ауырыуынан дарыу эҙләп, алыҫ юлға сығып киткән, ти.Көнө-төнө барғас, ял итергә туҡтаған. Ҡараһа, урман буйлап иҫкереп бөткән кейемле, ныҡ ҡартайған әбей китеп бара, ти.– Арығанһығыҙҙыр, ял итеп алығыҙ, – тип һүҙ ҡушҡан уға Бәхет.
– Ошолай өлкәнгә һанауҙары үкенесле, – тигән әбей. – Мин бит – Мөхәббәт! Шундай йәшмен бит әле.– Мөхәббәт? – тип хайран ҡалған Бәхет. – Ә мин донъяла иң матуры һеҙҙер тип уйлағайным...– Ә һин кем?– Бәхет.– Нисек инде? Мин дә бит һинең хаҡта шундай уйҙа инем...– Нимә эшләне был кешеләр беҙҙең менән?– Ярай, хәҙер бергә булһаҡ, бер-беребеҙҙе хәстәрләһәк, тиҙ арала йәшәрербеҙ һәм матурланырбыҙ!Ошонан алып Бәхет менән Мөхәббәт гел бергә, ти. Кешенең тормошонан ҡайһыһылыр китһә, уға икенсеһе лә эйәрә, сөнки был тойғолар – бер бөтөн. Ә әҙәм балаларының бәғзеләре ошоно һаман аңлай алмай.
Читайте нас: