Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2020, 15:55

Сәсүрместәге асҡыс

Яҙып ябынған яулығы аҫтынан күренеп торған оҙон толомо осонда һәр саҡ асҡыс ялтырап йөрөгәс, беҙгә, бала-сағаға, был хәл сәйер ҙә, шул уҡ ваҡытта мәрәкә лә тойола ине. “Нурикамал өләсәйҙең матур сәсүрмесе юҡмы икән?” – тип һорағас, “Ҡартайған кеше хәтерһеҙ була. Шуға ҡайҙа һалғанын онотмаҫ өсөн, асҡысын сәсенә ҡуша үрә инде”, – тип аңлатҡайны әсәйем.

Кепес* урамының урта тирәһендә, ергә һеңеп бөткән бәләкәй генә өйөндә, яңғыҙы йәшәне Нурикамал өләсәй. Тәпәшәк буйлы, һылыу ғына йөҙлө һәм үтә лә уйсан ҡарашлы ине ул. Ә иң иҫтә ҡалғаны – сал сәсенә өй асҡысы бәйләнгән бауҙы ҡушып үреп ҡуя торғайны.Яҙып ябынған яулығы аҫтынан күренеп торған оҙон толомо осонда һәр саҡ асҡыс ялтырап йөрөгәс, беҙгә, бала-сағаға, был хәл сәйер ҙә, шул уҡ ваҡытта мәрәкә лә тойола ине. “Нурикамал өләсәйҙең матур сәсүрмесе юҡмы икән?” – тип һорағас, “Ҡартайған кеше хәтерһеҙ була. Шуға ҡайҙа һалғанын онотмаҫ өсөн, асҡысын сәсенә ҡуша үрә инде”, – тип аңлатҡайны әсәйем.
Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булғанғамы икән, өләсәй кешеләр менән әллә ни ҡатышып йәшәмәне лә шикелле. Тыптыр-тыптыр ғына йөрөп бер үҙе донъя көттө. Ауып барған бәләкәй ҡапҡаһын уның үҙенән башҡа асып-япҡан кеше лә булмағандыр, тип әйтер инем, әлеге лә баяғы шул беҙ, Кепестең бер өйөр бала-сағаһы, ҡайһы мәл аҙашып барып инә торғайныҡ. Уйнап ялҡып, тағы нимә эшләп ҡарарға белмәй йонсоп китһәк, Нурикамал өләсәйҙе йәшеренеп күҙәтеүҙән ҡыҙыҡ таптыҡ. Тәҙрә аша уның тәрән уйҙарға батып, сынаяҡ аҫтына ҡойған сәйен әкрен генә шөрпөлдәтеп эсеүен йә эрзинкә менән тарттырып ҡуйған иҫке күҙлеген кейеп, кейем-һалымын йүрмәп ултырыуын күҙәтәбеҙ ҙә шырҡ-шырҡ көлөшәбеҙ. Эй, иҫәр булғанбыҙ ҙа инде! Бының өсөн хәҙер оялып китәм хатта. Үҫә төшкәс кенә, өләсәйҙең ире һуғышта ятып ҡалыуын, ике ҡыҙын ҙур ыҙалыҡтар менән яңғыҙы ғына тәрбиәләүен, уларҙы инде үҙаллы иттем тип ҡыуанғанында, бәләкәй ҡыҙының һәм кейәүенең үлемен кисереп тетрәнеүен, етем ҡалғас, төрлө балалар йорттарына таратылған ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ғүмере буйы йөрәге өҙөлөп йәшәүен белдем. Уның ни өсөн моңһоу ҡарашын бер нөктәгә төбәп, оҙаҡ итеп уйға батып ултырғанын хәҙер аңлайым да, өләсәйҙе йәлләп йөрәгем һыҡрай. Һағыш, икһеҙ-сикһеҙ һағыш ятҡан бит уның күңелендә... Ҡартлыҡ тигәндәре тотоп йөрөгән асҡысыңды ҡайҙа һалып киткәнеңде онотторһа ла, яҡын кешеләреңде бер ҡасан да хәтерҙән юйып ташлай алмай икән шул...Аҡ яулығын талғын елгә елберләтеп, сал толомо осондағы өй асҡысын ҡояшта ялтыратып, Нурикамал өләсәй әле лә Кепесемдең киң урамынан яй ғына атлап үтәлер кеүек миңә. Ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын ауылым ағинәйенең...
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: