Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2020, 16:45

Ҡояшҡа ҡарай

Йәрминкә мәлендә ҡара тәнле бәләкәй малай өрөп тултырылған шарҙар һатыусыны ҡыҙыҡһынып күҙәтә икән.

Йәрминкә мәлендә ҡара тәнле бәләкәй малай өрөп тултырылған шарҙар һатыусыны ҡыҙыҡһынып күҙәтә икән.Был кеше изге күңелле булғандыр: бәләкәсте ҡыуандырыу ниәтендә ҙур ҡыҙыл шарҙы осороп ебәргән. Унан зәңгәр, һары, аҡ төҫтәгеләр ҙә һауаға күтәрелгән.Малай ҡара шарға оҙаҡ ҡарап торған да:– Ағай, уны ла күккә осорорға мөмкинме? Ҡара шар ҡояшҡа ҡарай күтәрелә алырмы? – тип һораған.Һатыусы йылмайған да теге шарҙы осороп ебәргән:– Эш төҫтә түгел, туғаным. Шарҙы эсендәгеһе күтәрә. Кешене лә төҫө түгел, ә изге күңеле, яҡты уй-теләктәре күккә ашырыр, ҡояш нурҙарына солғар.
Читайте нас: