Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 13:04

Тәүге партия юлға сыҡты

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, уландар!

Бөгөн РФ Ҡораллы көстәренә көҙгө саҡырылыштың тәүге партияһы Өфө призыв пунктына йүнәлтелде. Тәүге 11 һөлөктәй уҙаманыбыҙ әрмене тулыландырасаҡ .
-Тормош иптәшем Рәмил менән хәҙер инде 4-се улыбыҙҙы хәрби хеҙмәткә оҙатабыҙ! – тип ғорулыҡ менән билдәләне “Байрамғол” агрофирмаһының алдынғы һауынсыһы, Ишкен ауылында көн күргән Нәзифә ханым Хәмиҙуллина. Ринат, Ришат, Рөстәм хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәп ҡайтҡандар. Ә бөгөн Ватан һағына йүнәлгән Надирға 19 йәш. Ул да, Аллаһ бойорһа, яҡшы хеҙмәт итеп ҡайтыр, беҙ һораша башлағас: “ Әрмегә теләп барам, һынауҙарҙан һис тә ҡурҡмайым!” – тип егеттәрсә ҡырт киҫте. Хәйерле юл, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Читайте нас: