Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 18:33

Баҡсасыларға белгес кәңәше

Теплицаны киләһе миҙгелгә нисек әҙерләргә?

Быға тиклем теплицам булмағас, был һорау үтә лә ҡыҙыҡһындырмай ине. Мәғлүмәт табайым тип Инернет селтәренә ингәйнем, ундағы мәғлүмәттең күплеге һәм кәңәштәрҙең төрлөлөгөнән баш ҡатты. Шуға ла телефондан таныш һандарҙы йыям: “Айһылыу, теплицаны көҙгөлөккә әҙерләү буйынса кәңәшең кәрәк!”- Теплицалағы йылылыҡ һәм дымлылыҡ йәшелсәгә генә түгел, патоген флораға ла иркенләп үҫергә ирек бирә. Төрлө бәшмәктәр, инфекциялар, бактериялар был ябыҡ ерҙә шашып тарала. Баҡсалағы бөтөн ҡоротҡостар ҙа ҡышлар урынды теплицала һайлай. Шуға дезинфекция мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.Тәүҙә уның эсен һәм тышын хужалыҡ һабыны ҡушылған һыу менән йыуып сығабыҙ. Металл элементтарын 9 процентлы аш һеркәһе менән һөртөп сығырға була. Ағаслы өлөшөн хлор ҡушылған шыйыҡса йә “Белизна” менән йыуырға кәрәк.Аҫҡы өлөшөн эзбис менән шаллап сығырға ла мөмкин.Мин иһә үҙемдең теплицала көкөрт шашкаһы ҡулланам. Уны тимер биҙрәгә ҡуйып яндырам да, тәүлек буйына асмайым. Унан инде һәйбәт итеп елләтеп алырға кәрәк.Әгәр быйыл теплицалағы помидорҙа фитофтора күренһә, ерҙең 15 сантиметрлы ҡатламын алмаштырырға кәңә итер инем, - тип кәңәштәрен бирҙе Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең аграномы Айһылыу Камалетдинова.Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.
Читайте нас в